Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 52.

әҙерләнеп торған булған. Ул үҙенең бөтә нәмәне бе­ лергә теләүсе ҡатынына ҡыйыу яуап бирә: «Ә беләһең­ ме нәмә, әсәһе, беҙҙең бисәләр мейескә һалам яғырға уйлағандар икән; шуның арҡаһында бәлә-каза килеп сығыуы бар. Шунлыҡтан, мин бынан һуң бисәләргә мейескә һалам яҡмаҫҡа, сыбыҡ-сабыҡ һәм утын ғына яғырға тип ҡаты бойороҡ бирҙем»,— тигән. «Ә П а­ латканы ябып ҡуйыу ниңә кәрәк булды һиңә? — тип һораған комендант ҡатыны.— Меҫкен ҡыҙ беҙ ҡайт­ ҡанға тиклем ниңә соланда ултырған?» Иван Кузмич бындай һорауға әҙерләнмәгән булған, ул буталып ҡал­ ған һәм береһенә береһе берҙә йәбешмәгән һүҙҙәр генә мығырҙап ҡуйған. Василиса Егоровна иренең хәйлә­ һен һиҙеп алған, ләкин унан бер ни ҙә ала алмаясағын белеп, үҙенең һорауҙарын туҡтатҡан һәм Акул ин а Памфиловнаның бөтөнләй айырым бер ысул менән әҙерләй торған тоҙло ҡыярҙары тураһында һүҙ башла­ ған. Василиса Егоровна бөтә төн буйына йоҡлай ал­ маған, һәм, Иван Кузмичтең башында уға әйтергә ярамай торған нәмә булырға мөмкин икән, тип аҙап сиккән.

Икенсе көн, төшкө ғибәҙәттән ҡайтып килгәндә, ул Иван Игнатьичте күргән. Иван Игнатьич был саҡта туп көпшәһенән балалар тултырған сепрәктәрҙе, ваҡ таштарҙы, юнышҡыларҙы, йәкәлдәрҙе һәм һәр төрлө сүп-сарҙы таҙартып тора икән. «Был һуғыш әҙерлектә­ ре ниңә кәрәк булды икән һуң? — тип уйлаған ко­ мендант ҡатыны,— ҡырғыҙҙарҙың һөжүмдәрен көтә­ ләрме икән әллә? Ләкин бындай ваҡ-төйәк эште Иван Кузмич минән йәшереп торор инеме ни? Үҙенең ҡ а­ тын-ҡыҙға хас булған белергә теләү тойғоһон яфала­ ған был серҙе мотлаҡ һорашып белеү ниәте менән, ул Иван Игнатьичте үҙ эргәһенә саҡырып алған.

Тәүҙә яуап биреүсенең һаҡланыусанлығын юйыр өсөн, тикшереүҙе сит һорауҙар менән башлаусы судья һымаҡ, Василиса Егоровна Иван Игнатьичкә хужа­ лыҡҡа бәйләнешле булған бер нисә иҫкәртеү яһай. Шунан һуң ул, бер нисә минут тын ғына торған да, көрһөнөп ҡуйған һәм башын сайҡап: «Эй хоҙайым! Бына ниндәй хәбәрҙәр ишетелә бит! Ни булып ҡына бөтөр икән!» — ти.

52
Закрыть