130 кеше генә. Ә казактарға ышаныс әҙ, һиңә төртөп әйтмәйем, Максимыч (урядник көлөмһөрәне). Ләкин, бер ни эшләр хәл юҡ, офицер әфәнделәр! Тәртипле булығыҙ, ҡарауылдар һәм төнгө дозорҙар ҡуйығыҙ; һөжүм була ҡалһа, ҡапҡаны бикләгеҙ ҙә, һалдаттарҙы алып сығығыҙ, һин, Максимыч, үҙеңдең казактарың ды ныҡ ҡара. Тупты тикшереп, яҡшылап таҙартып ҡу йырға кәрәк. Барыһынан да бигерәк, быларҙың бөтә һен дә йәшерен тотоғоҙ, ваҡытынан элек был турала крепостә һис кем белерлек булмаһын.
Ошо бойороҡтарҙы биреп, Иван Кузмич беҙҙе ҡай тарып ебәрҙе. Ишеткән яңылыҡ тураһында һөйләшә- һөйләшә, мин Швабрин менән бергә сыҡтым, «һин нисек уйлайһың, был ни менән бөтөр икән?» — тип һо раным мин унан. «Алла белә,— тине ул,— күрербеҙ. Хәҙергә әле мөһим бер нәмә лә күрмәйем. Әгәр ҙә инде...» Шунда ул уйға ҡалды һәм, хәтере тарҡаула нып, бер француз арияһын һыҙғыра башланы.
Беҙҙең бөтә һаҡлығыбыҙға ҡарамаҫтан, Пугачев- тың килеп сығыуы тураһындағы хәбәр крепоскә тиҙ таралып өлгөрҙө. Иван Кузмич ҡатынын бик ихти рам итһә лә, хеҙмәте буйынса үҙенә тапшырылған йә шерен серҙәрҙе донъялағы һис бер нәмә өсөн дә уға асмаған булыр ине. Генералдан хaт алғас, ул, йәнәһе, отец Герасим Ырымбурҙан ниндәйҙер бер ҡыҙыҡлы хәбәр алған һәм уны бик сер итеп һаҡлай имеш, тип, Василиса Егоровнаны шаҡтай оҫталыҡ менән өйҙән сығарып ебәргән. Василиса Егоровна шул сәғәттә үк поп ҡатынына ҡунаҡҡа барырға була һәм, Иван Куз- мичтең кәңәше буйынса, Машаның бер үҙенә күңелһеҙ булмаһын өсөн, уны ла үҙе менән бергә алып китә.
Иван Кузмич, үҙе тулы хужа булып ҡалғас, шун да уҡ беҙҙе саҡыртырға ебәрә, ә Палашканы, беҙҙең һөйләшкәнде тыңлай алмаһын өсөн, соланға бикләп ҡуя.
Василиса Егоровна, поп ҡатынынан һорашып бер ни ҙә белә алмайынса, өйөнә ҡайта һәм үҙе өйҙә юҡ саҡта Иван Кузмич янында кәңәшмә булғанлығын, һәм Палашканың бикләп ҡуйылғанлығын белә. Иренең алдағанлығын төшөнөп, унан һорашырға тотона. Л ә кин Иван Кузмич был һөжүмде ҡаршыларға алдан 4* 51