бөтәһе лә тыныс, йә тыныс һымаҡ күренә ине; күңел дәрендә яуыз ниәт һаҡлаған һәм тәртипһеҙлектәрҙе ҡайтанан башлап ебәреү өсөн ҡулайлы осраҡты ғына көткән хәйләкәр фетнәселәрҙең ялған тәүбәләренә на- чальниктәр артыҡ еңел ышанғандар ине.
Үҙемдең хикәйәмә күсәм.
Бер мәлде кис менән (был хәл 1773 йылдың ок тябре башында ине) көҙгө елдең үкереүен тыңлап һәм тәҙрә аша ай эргәһенән югерешеп үтеүсе болоттарҙы ҡарап, яңғыҙым ғына өйҙә ултыра инем. Комендант исеменән мине саҡырырға килделәр. Мин шунда уҡ комендантҡа киттем. Швабрин, Иван Игнатьич һәм ка зак урядниге комендант өйөндә инеләр. Василиса Его ровна ла, Марья Ивановна ла бүлмәлә юҡ ине. Минең менән иҫәнләшкәндә коменданттың йөҙө борсоулы кү ренде. Ул ишекте бикләне, ишек төбөндә торған уряд- никтән башҡа, бөтәбеҙгә лә ултырырға ҡушты, кеҫә һенән ҡағыҙ алып, беҙгә: «Офицер әфәнделәр, мөһим хәбәр бар! Тыңлағыҙ, генерал бына нәмә яҙа»,— тине. Шунда ул, күҙлеген кейеп, түбәндәге яҙыуҙы уҡыны: «Белогорск крепосенең коменданты капитан Миронов әфән дегә.
Йәшерен.
Ошоноң менән һеҙгә белдерәм: ҡарауыл аҫтынан ҡасып киткән Дон казагы һәм раскольник Емельян Пугачев, ғәфү ител- мәҫлек яуыз ҡыйыулыҡ менән мәрхүм император Петр III исемен үҙенә алған һәм, яуыз ниәтле шайка йыйнап, Яйыҡ ауылдарын да бола сығарған, һәр ерҙә талауҙар һәм үлтереүҙәр менән, бер нисә крепосте баҫып алған һәм туҙҙырған. Шуға күрә, был хат ты алыу менән, һеҙ, капитан әфәнде, әгәр иҫкә алып үтелгән яуыз һәм самозванец һеҙҙең ҡарамағығыҙға ышандырып тапшы рылған крепоскә һөжүм итһә, уны кире ҡағыу, ә мөмкин бул һа, уны бөтөнләй юҡ итеү юлында кисекмәҫтән тейешле саралар күрергә тейеш булаһығыҙ».
— Тейешле саралар күрергә! — тине комендант күҙлеген һалып һәм ҡағыҙҙы бөкләй-бөкләй.— Белә һегеҙме, әйтергә генә анһат был хаҡта. Яуыз көслө, күрәһең; ә беҙҙә, казактарҙы иҫәпләмәгәндә, бары 50