Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 5.

ға теләп, был һүҙҙең мәғәнәһен бик үк аңлап еткермә­ һә лә, Россияға килгән. Ул яҡшы егет, ләкин үтә елғыуар һәм юнһеҙ ине. Ҡатын-ҡыҙ енесенә һәүәҫлеге уның төп йомшаҡлығы ине; ҡатын-ҡыҙға булған ошо һәүәҫлеге өсөн уны йыш ҡына түпәләйҙәр, шунан һуң ул тәүлектәр буйына һыҙланып йөрөй торғайны. Шу­ ның өҫтөнә ул (үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә) бутылка­ ның да дошманы түгел, йәғни (русса әйткәндә) арты­ ғыраҡ төшөрөргә лә бик ярата ине. Ләкин беҙҙә шарап тик төшкө аш ваҡытында ғына, унда ла берәр рюмка ғына бирелә һәм ғәҙәттә уҡытыусыға бирелмәй ҙә ҡалғанлыҡтан, минең Бопрем бик тиҙ рус асытҡы- һына күнегеп китте һәм, хатта, аш ҡаҙаны өсөн күп файҙалыраҡ тип, үҙ Ватанының эсемлегенән артығы­ раҡ күрә башланы. Беҙ уның менән бик тиҙ килешеп алдыҡ. Контракт буйынса ул миңә француз, немец телдәрен һәм бөтә фәндәрҙе уҡытырға тейеш булһа ла, ул нисек етте шулай русса лығырҙарға өйрәнеүҙе артыҡ күрҙе,— һуңынан инде беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ үҙ эше менән шөғөлләнә башланы. Беҙ бик татыу йәшә­ нек. Башҡа менторҙы 1 мин теләмәй ҙә инем. Ләкин яҙмыш тиҙҙән беҙҙе айырҙы, һәм уға бына нәмә сә­ бәпсе булды: Кер йыуыусы йыуан һәм шаҙра ҡыҙ Палашка ме­ нән һыйыр ҡараусы ҡылый күҙле Акулька, енәйәтсел йомшаҡлыҡ күрһәтеүҙә ғәйеплелектәрен әйтеп һәм, тәжрибәһеҙлектәре сәбәпле уларҙы аҙҙырған мусьене илап ошаҡлап, нисектер үҙ-ара һүҙ ҡуйышып, икеһе бергә әсәйемдең аяғына йығылғандар. Әсәйем бындай нәмәгә шаяртып ҡарарға яратмай торғайны, ул быны атайыма әйткән. Атайымдың хөкөмө ҡыҫҡа булды. Ул шул сәғәттә үк мәлғүн французды саҡыртҡан. Уға, мусье миңә дәрес бирә, тип әйткәндәр. Атайым минең бүлмәмә үҙе килде. Был саҡта Бопре карауатта бер ни белмәй йоҡлап ята ине. Мин дә эш менән мәшғүл инем. Әйтеп үтергә кәрәк, миңә Мәскәүҙән география картаһы алдырғайнылар. Ул һис бер нәмәгә ҡулла­ нылмайынса стенала элеүле тора, киңлеге һәм ҡағы­ ҙының яҡшылығы менән күптән инде мине ҡыҙыҡтыра 1 М е н т о р — уҡытыусы, тәрбиәсе.

5
Закрыть