Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 49.

һәм минең бөтә ғүмеремә мөһим йоғонто яһаған ва­ ҡиғалар ғына ҡапыл минең күңелемде көслө итеп яҡшы яҡҡа ҡуҙғатып-тетрәтеп ебәрҙеләр.

VI глава ПУГАЧЕВ ЯУЫ Йәш егеттәр, һеҙ тыңлағыҙ беҙҙе, Беҙ боронғо ҡарттар әйткән һүҙҙе.

Й ы р.

Мин үҙем, үҙ күҙҙәрем менән күргән ғәжәп ваҡиға­ ларҙы тасуир итә башлауҙан элек, 1773 йылдың аҙа­ ғында Ырымбур губернаһының ниндәй хәлдә булған­ лығы тураһында бер нисә һүҙ әйтергә тейешмен.

Ошо киң һәм бай губернала Россия батшаларының хакимлек итеүҙәрен әле күптән түгел генә таныған, ярым ҡырағай хәлдәге төрлө-төрлө халҡтар йәшәй ине. Уларҙың минут һайын тип әйтерлек булып тор­ ған болалары, закондарға һәм граждандарса йәшәүгә күнекмәүҙәре, еңел аҡыллы һәм мәрхәмәтһеҙ булыу­ ҙары, уларҙы буйһондороп тотоу өсөн, хөкүмәт тара­ фынан өҙлөкһөҙ күҙәтеү талап итә ине. Уңайлы тип танылған урындарҙа крепостәр төҙөлгән һәм уларға, күберәк өлөшөндә, электән үк Яйыҡ ярҙарын биләп килгән казактар урынлаштырылғайны. Ләкин, ошо яҡтың тыныслығын һәм именлеген һаҡларға тейеш булған Яйыҡ казактары, бер ни тиклем ваҡыттан бирле хөкүмәт өсөн үҙҙәре тынысһыҙ һәм ҡурҡыныслы халҡ булып әүерелделәр. 1772 йылда уларҙың бәлә­ кәй генә башҡалаһында бола булып алған. Был бо­ лаға генерал Траубенбергтең, ғәскәрҙе тейешле рә­ үештә буйһондорорға теләп, ҡаты саралар күреүе сәбәп булған. Ошоноң эҙемтәһе булараҡ, Траубенберг вәхшиҙәрсә үлтерелгән, идара итеү эшендә үҙиркле алмашыныу яһалған һәм, ахырҙа, бунт картечь һәм ҡаты язалар менән баҫтырылған.

Был хәлдәр минең Белогорск крепосенә килеүем- дән бер ни тиклем ваҡыт элек булғайны. Хәҙер инде 4 Капитан кыҙы 49
Закрыть