Васильевна, былай ҙа ҡурҡып ауырып киткән икән, тип ишеттек, һәм уның һауығыуын һорап, аллаға доға ҡыласаҡмын. Ә Петр Андреичтең яраһы уң ҡулбашынан түбәнерәк урында, күкрәгендә, тап һөйәк аҫтында, вершок ярым тәрәнлегендә; ул комендант өйөн дә ятты, беҙ уны яр буйынан шунда килтергәйнек, йәнә уны бында ғы цырюльник Степан Парамонов дауаланы; хәҙер инде Петр Андреич, аллаға шөкөр, иҫән-һау, һәм уның тураһында, яҡшы хәбәрҙән башҡа, яҙырлыҡ бер ни ҙә юҡ. Командирҙәре, һөйләүҙә- ренә ҡарағанда, унан бик ҡәнәғәттәр; ә Василиса Егоровнаға ул уның үҙ улы кеүек. Ә уның менән шундай хәл булған икән, ул йәш егеткә ғәйеп эш түгел: дүрт аяҡлы ат та абына. Йәнә һеҙ мине сусҡа көтөргә ебәрәм тип яҙғанһығыҙ, уныһы ла һеҙ хужам иркендә. Шуның менән ҡолдарса баш эйеп ҡалам.
һеҙҙең тоғро хеҙмәтсегеҙ Архип Савельев».
Яҡшы күңелле ҡарттың хатын уҡығанда, мин бер нисә тапҡыр йылмаймайынса ҡала алманым. Атайы ма яуап яҙырлыҡ әмәлем юҡ ине минең, ә әсәйемде тынысландырыр өсөн, минеңсә, Савельичтең хаты етер лек ине.
Шул ваҡыттан алып минең хәлем үҙгәрҙе. Марья Ивановна минең менән бөтөнләй тип әйтерлек һөйләш мәҫ булды һәм нисек тә минән ҡасырға тырыша ине. Комендант өйө минең өсөн күңелһеҙ бер өйгә әйлән- де. Аҡрынлап мин үҙ өйөмдә ултырырға күнектем. Василиса Егоровна тәүҙә бының өсөн мине шелтәләй торғайны; ләкин, минең үҙ һүҙлеләнеүемде күреп, ул да мине борсомаҫ булды. Иван Кузмич менән хеҙмәт те үтәгән саҡта ғына күрешә инек. Швабрин менән һирәк һәм теләмәйенсә генә осраша инем, сөнки унда миңә ҡарата йәшерен дошманлыҡ һиҙҙем, был хәл минең шиктәремде тағы ла нығыта төштө. Тормошом сыҙай алмаҫлыҡ дәрәжәгә етте. Яңғыҙлыҡ һәм эш һеҙлек һөҙөмтәһендә ҡара уйҙарға бирелдем. Мөхәб бәтем, яңғыҙлыҡҡа бирелгәс, бигерәк тә көсәйҙе һәм хәлем сәғәт һайын ауырлаша барҙы. Уҡыуға һәм әҙә биәткә булған теләгем юғалды. Күңелем тешөнкөлән- де. Аҡылдан шашыуҙан, йә боҙоҡлоҡҡа бирелеп ки теүҙән ҡурҡа башланым. Көтөлмәгәндә килеп сыҡҡан 48 %