Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 47.

менән әсәйең мине үҙ семьяларына алырға теләмәй­ ҙәр. Бөтәһендә лә алланың ирке! Беҙгә ни кәрәк икә­ нен алла беҙҙән яҡшыраҡ белә. Бер ни эшләр хәл юҡ, Петр Андреич; исмаһам һеҙ бәхетле булығыҙ...» — ти­ не. «Эш улай булып бөтмәҫ! — тип ҡысҡырҙым мин, уның ҡулынан тотоп. — һин бит мине һөйәһең, миң бөтәһенә лә әҙер. Әйҙә, атайың менән әсәйеңдең аяҡ­ тарына йығылайыҡ; улар ябай кешеләр, ҡаты бәғерле тәкәбберҙәр түгел... Улар беҙгә хәйер-фатихаларын бирерҙәр, беҙ никахлашырбыҙ... ә һуңынан, ваҡыты менән, мин ышанам, атайымды күндерербеҙ; әсәйем беҙҙең яҡлы буласаҡ; атайым мине ғәфү итер...» — «Юҡ, Петр Андреич, — тине Маша, — атайың менән әсәйендең хәйер-фатихаһынан башҡа мин һиңә кейәү­ гә сыҡмайым. Уларҙың хәйер-фатихаһынан башҡа һи­ нең бәхетең булмаҫ. Хоҙайҙың ихтыярына буйһона­ йыҡ. Әгәр үҙеңә насип булған кешене тапһаң, әгәр башҡа берәүҙе һөйһәң — алла шәфҡәтенән ташлама­ һын, Петр Андреич, ә мин һеҙҙең икегеҙ өсөн дә...» Шул саҡта ул илап ебәрҙе лә янымдан китте; мин уның артынан бүлмәгә инергә теләгәйнем, ләкин үҙемде тота алырлыҡ хәлдә түгел икәнлегемде һиҙеп, өйгә ҡайтып киттем.

Тәрән уйҙарға сумып ултыра инем, шул саҡта Са- ведьич уйҙарымды ҡапыл бүлдерҙе. «Бына, сударь,— тине ул, миңә яҙылған бер ҡағыҙ биреп,— күр, мин баринем өҫтөнән донос яһаусымы икән һәм ата менән бала араһын бутарға тырышаммы икән». Мин уның ҡулындағы ҡағыҙҙы алдым; был Савельичтең үҙе ал­ ған хатҡЗ яуабы ине. Бына ул хaт, тулы килеш, түбән­ дәгесә: «Бойороусы солтаным Андрей Петрович, беҙҙең мәрхәмәтле атабыҙ!

һеҙҙең мәрхәмәтле хатығыҙҙы алдым, һеҙ унда мин ҡоло­ ғоҙға, хужаларҙың бойороҡтарын үтәмәү һиңә оят түгелме, тип асыуланғанһығыҙ; — мин, ҡарт эт түгел, ә һеҙҙең тоғро хеҙмәт­ сегеҙ, хужаларҙың бойороҡтарын тыңлайым һәм һеҙгә һәр ваҡыт тырыш хеҙмәт итеп, сәстәрем ағарғанға тиклем йәшәнем. Петр Андреичтең яраланыуы тураһында, һеҙҙе юҡҡа ғына ҡурҡытмаҫ өсөн, һеҙгә бер ни ҙә яҙмағайным, һәм, барыня, әсәбеҙ Авдотья 47
Закрыть