Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 46.

«Оят һиңә, ҡарт эт, минең ныҡ итеп әйтеп ебәреүемә ҡ ара­ маҫтан, улым Петр Андреич тураһында белдермәгәнһең, һәм сит кешеләр уның шаярыуҙары тураһында хәбәр итергә мәжбүр- булдылар. Үҙеңдең бурысыңды һәм хужаларҙың ихтыярын һин шулай үтәйһеңме ни? Мин һине, ҡарт этте! Дөрөҫлөктө йәшергә­ нең һәм йәш кешенең алйотлоҡтарын яҡларға тырышҡаның өсөн сусҡа көтөргә ебәрермен. Был хатты алыу менән, һиңә: хәҙер уның һаулығы нисек булыуын (уның тураһында миңә төҙәлгән тип яҙалар); ҡайһы еренән яраланғанын һәм уны яҡшы дауала^ ғандармы икәнен кисекмәҫтән яҙып ебәрергә бойорам».

Савельичтең һүҙе дөрөҫ икәнлеге асыҡ ине, мин уны ғәйепләп һәм шикләнеп, юҡҡа ғына рәнйеткәнмен, Мин унан ғәфү үтендем; ләкин ҡарт тынысланманы. «Бына мин ниндәй сиккә еттем, — тине ул ҡабат-ҡа­ бат,— хужаларым алдында бына ниндәй мәрхәмәт күргәнгә тиклем хеҙмәт иттем! Мин ҡарт эт тә, сусҡа көтөүсе лә, шулай уҡ һинең яраланыуыц өсөн сәбәпсе лә булғанмын икән! Юҡ, атаҡай Петр Андреич! Мин түгел — бөтәһенә лә мәлғүн мусье ғәйепле: тимер таяҡ менән сәнсешергә һәм тыпырҙарға һине ул өйрәтте, сәнсешеп һәм тыпырҙап ҡына яуыз кешенән һаҡланып була, тиерһең! Мусье яллау һәм артыҡ аҡса исраф итеү ни өсөн кәрәк булғандыр!» Минең ҡылығым тураһында атайыма хәбәр итеү хеҙмәтен кем үҙ өҫтөнә алды икән? Генерал? Ләкин ул минең турала артыҡ борсолмай кеүек, ә Иван Кузмич минең дуэлдә һуғышыуым тураһында рапорт биреүҙе кәрәк тип тапмағайны. Кем икәнен белә алмай башым ҡатып бөттө. Швабрингә шигем төштө. Донос яһауҙан уға ғына файҙа бар, сөнки шуның һөҙөмтәһендә мине крепостән ебәреүҙәре һәм комендант семьяһынав айырыуҙары мөмкин ине. Быларҙың бөтәһе тураһында белдереү өсөн Марья Ивановна янына киттем. Ул мине болдорҙа ҡаршыланы, «һеҙгә ни булды?— тине ул мине күргәс тә. һеҙ шундай ағарынғанһығыҙ!» — «Бөтәһе лә бөттө!» — тинем мин һәм уға атайымдың хатын бирҙем. Ул да үҙ нәүбәтендә ағарып китте. Уҡығандан һуң, ул дерелдәгән ҡулы менән хатты миңә ҡайтарып бирҙе һәм ҡалтыранған тауыш менән: «Минең яҙмышым шулайҙыр, күрәһең... һинең атайың 46
Закрыть