сығыу өсөн түгел, ә Ватанды һаҡларға бирелгән, һине Белогорск крепосенән арыраҡ, һинең башыңдағы иҫәрлекте бөтөрөрлөк бер урынға күсереүҙе һорап, кисекмәҫтән Андрей Карловичкә хaт яҙасаҡмын. Әсәйең, һинең дуэлдә булыуыңды һәм яраланға ныңды ишетеп, ҡайғыһынан ауырыуға һабышты һәм хәҙер ауырып ята. Кем булып ҡалырһың һин? Алланың бөйөк мәрхәмә тен өмөтләнергә ҡыймаһам да, унан һинең төҙәлеүеңде ялуарып һорайым.
Атайың А. Г.» Был хатты уҡыу миндә төрлө хистәр уятты. Ата йымдың һаранланмай яҙған ҡаты һүҙҙәре минең хә терҙе бик ныҡ ҡалдырҙы. Уның Марья Ивановнаны һанға һуҡмайынса яҙыуы, ғәҙелһеҙлек булған кеүек үк, әҙәпһеҙлек тә булып тойолдо. Белогорск крепосенән күсереләсәгем тураһындағы фекер мине ныҡ ҡына ҡурҡытты, ләкин әсәйемдең ауырыуы мине бөтәһенән дә нығыраҡ хәсрәтләндерҙе. Савельичкә бик ныҡ асыуым килде, сөнки дуэлгә сығыуымдың уның арҡы ры атайымдарға ишетелгән булыуында мин шик тот май инем. Ҡыҫырыҡ бүлмәм буйлап, бер алға, бер артҡа атлап йөрөй-йөрөй, уның алдына килеп баҫтым һәм, уға асыу менән ҡарап: «һинең арҡала яраланған булыуым һәм бер ай буйына үлем сигендә ятыуым һиңә етмәгән, күрәһең: һин әсәйемде лә үлтерергә теләйһең икән», — тинем. Савельичте йәшен һуҡҡан кеүек булды. «Мәрхәмәт ит, сударь, — тине ул, саҡ үкһеп иламайынса, — һин ни һөйләйһең? һинең яра- ланыуыңа мин сәбәпсеме ни! Хоҙай күреп тора, Алек сей Иванычтың шпагаһынан һине күкрәгем менән ышыҡларға тип югереп барғайным! Ләғнәт төшкән •ҡартлыҡ ҡамасауланы, һинең әсәйеңә мин ниндәй насарлыҡ эшләнем һуң?» — «һин нәмә эшләнеңме?— тинем мин. — Минең өҫтән доностар яҙырға кем ҡуш ты һиңә? һин миңә шпион итеп ебәрелгәнһеңме ни?»— «Мин һинең әҫтәңдән донос яҙғанмынмы? — Савельич күҙ йәштәре менән яуап ҡайтарҙы.— Алла һаҡлаһын! Бына, бариндең миңә ни яҙғанын рәхим итеп уҡып ҡара: һинең әҫтәңдән нисек донос яһағанымды күрер һең». Шул ваҡыт ул кеҫәһенән бер хaт сығарҙы, һәм мин ул хатта түбәндәгеләрҙе уҡыным: 45