Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 44.

ғын таныны һәм булып үткән эште онотоуымды үтен­ де. Тәбиғәтем буйынса асыу һаҡлаусан булмағанға күрә, ике арала булған ыҙғышты ла, уның тарафынан яһалған яраны ла онотоп, уны ысын күңелдән ғәфү иттем. Швабриндең яла яғыуына мин мыҫҡылланған үҙ-үҙеңде һөйөүсәнлек тойғоһоноң һәм кире ҡағылған мөхәббәттең асыуы тип ҡараным һәм бәхетһеҙ көндә­ шемде шәфҡәтле рәүештә ғәфү иттем.

Тиҙҙән мин һауығып еттем һәм үҙ квартирама ҡай­ тыр хәлгә килдем. Өмөтләнергә баҙнат итмәйенсә һәм хәсрәтле алдан һиҙенеү хисен баҫырға тырышып, ебәр­ гән хатыма түҙемһеҙлек менән яуап көттөм. Василиса Егоровна һәм уның ире менән аңлашмағайным әле; ләкин минең тәҡдимем уларҙы ғәжәпләндерергә тейеш түгел ине. Мин дә, Марья Ивановна ла, үҙ хистәребеҙ­ ҙе уларҙан йәшерергә тырышманыҡ, һәм уларҙың риза буласағына беҙ алдан уҡ ышана инек инде.

Көтә торғас, бер көндө иртә менән миңә Савельич хaт тотоп инде. Хатты мин ҡалтыранып ҡулыма алдым. Хаттың адресе атайым ҡулы менән яҙылғайны. Был хәл мине ниндәйҙер бер мөһим нәмәгә әҙерләне, сөнки ғәҙәттә миңә хатты әсәйем яҙа, ә атайым хаттың аҙа­ ғына бер нисә генә юл өҫтәп ҡуя торғайны. Пакетте мин оҙаҡ асмай торҙом һәм тантаналы рәүештә яҙыл­ ған «Ырымбур губернаһы, Белогорск крепосенә, улым Петр Андреич Гриневҡа» тигән яҙыуҙы ҡат-ҡат уҡы­ ным. Хатты яҙған почерккә ҡарап, мин атайымдың хaт яҙғанда кәйефе нисегерәк булғанлығын белергә ты­ рыштым, ахырҙа, мин хатты асырға булдым һәм берен­ се юлдарҙан уҡ бөтә эштең селпәрәмә килгәнлеген күрҙем. Хаттың йөкмәткеһе түбәндәгесә ине: «Улым Петр! һинең Миронов ҡыҙы Марья Ивановна менән никахланыуға беҙҙән ата-әсә фатихаһын һәм ризалығын һорап яҙған хатыңды ошо айҙың 15-ендә алдыҡ һәм мин, фатихамды, ризалығымды бирергә уйламайым ғына түгел, бәлки, һинең яны­ ңа барып, офицер чинеңә ҡарамаҫтан, шаярыуҙарың өсөн, насар малайҙы өйрәткәндәй, һине бик яҡшылап өйрәтергә йыйынам: сөнки һин шпага йөрөтөргә әле лайыҡ түгел икәнлегеңде иҫбат иттең, шпага һиңә һинең үҙең кеүек үк елғыуарҙар менән дуэлгә 44
Закрыть