лай ине, сөнки крепостә унан башҡа дауаларлыҡ кеше юҡ, һәм, аллаға шөкөр, аҡыллы башланып ма ташманы. Йәшлек һәм тәбиғәт минең һауығыуымды тиҙләтте. Мине коменданттың бөтә семьяһы тәрбиәләй ине. Марья Ивановна минең янымдан китмәне. Бил дәле, беренсе уңайлы осраҡта уҡ мин бүленеп ҡалған аңлашыуҙы дауам иттем һәм Марья Ивановна минең һүҙҙәремде бүлдермәй тыңланы. Ул һис бер төрлө ҡылансыҡланмайынса, миңә күңеле ятыуын һәм ата- әсәләренең уның бәхетенә, әлбиттә, шат буласаҡтарын белдерҙе. «Ләкин яҡшылап уйла, — тине ул шуға өҫтәп, — атайың менән әсәйең тарафынан ҡаршылыҡ булмаҫмы?» Мин уйға ҡалдым. Әсәйемдең йомшаҡ күңеллеле генә шик тотмай инем мин; ләкин, атайымдың холҡон һәм уның фекерҙәрен белгәнгә күрә, мөхәббәтемдең уны артыҡ тәьҫирләндермәйәсәген һәм уның минең мө хәббәтемә йәш егеттең тилелеге итеп кенә ҡараясағын һиҙә инем. Мин быны Марья Ивановнаға ысын күңел дән һөйләп бирҙем һәм, шулай ҙа, ата-әсә рөхсәтен һорап, мөмкин тиклем матурыраҡ һүҙҙәр менән ата йыма хaт яҙырға булдым. Хатымды Марья Иванов наға күрһәттем, ул хатты ышандырырлыҡ һәм тәьҫир- ләндерерлек итеп яҙылған тип табып, уның уңышына шик тотмағанлығын әйтте һәм йәшлеккә, мөхәббәткә хас булған ышаныусанлыҡ менән үҙенең нескә йөрәге нең хистәренә бирелде.
Швабрин менән мин һауығыуымдың тәү көндәрендә үк яраштым. Иван Кузмич, дуэль өсөн миңә шелтә яһап: «Эх, Петр Андреич! Миңә һине, арескә алып, ябып ҡуйырға кәрәк ине лә, һин инде унан башҡа ла яза алдың. Ә Алексей Иваныч һаман да икмәк магазинен- дә ҡарауыл аҫтында ултыра, ә уның шпагаһы Васили са Егоровнала биктә. Әйҙә уйланһын бер аҙ, тәүбә итһен», — тине. Дошманлыҡ хисен күңелемдә һаҡлар ға теләмәнем, сөнки үтә бәхетле инем мин. Мин Шва- бринде сығарыуҙарын үтенә башланым, һәм яҡшы күңелле комендант, ҡатынының ризалығы менән, уны азат итергә булды. Швабрин минең яныма килде; ул ике арала булған хәл өсөн үҙенең бик ныҡ үкенгәнле- ген белдерҙе; бөтә яҡтан да үҙенең ғәйепле булғанлы 43