Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 42.

тауыш менән. — Был һеҙме, Марья Ивановна? Әйте­ геҙсе миңә...» һүҙемде дауам итергә минең хәлем юҡ ине; шунлыҡтан, туҡтаным. Савельич иркен һулап ебәрҙе. Уның шатлығы йөҙөнә сыҡты. «Иҫенә килде! Иҫенә килде! — тип ҡабатланы ул.— Раббым, һиңә шөкөр итәм! Әй, атаҡай, Петр Андреич! Ҡурҡыттың да һин мине! Әйтеүе генә еңел: бишенсе тәүлек бит!..» Марья Ивановна уның һүҙен бүлдерҙе. «Уның менән күп һөйләшмә, Савельич, — тине ул. — Хәлһеҙ әле ул». Марья Ивановна, ишекте аҡрын ғына ябып, сығып китте. Минең уйҙарым-тойғоларым айҡалды. Тимәк, мин комендант өйөндә ятам икән, Марья Ивановна минең яныма ингән булған. Мин Савельичкә бер нисә һорау бирергә теләнем, ләкин ҡарт башын ғына сай­ ҡаны һәм ҡолаҡтарын баҫты. Кәйефһеҙләнеп күҙемде йомдом һәм тиҙҙән йоҡоға киттем.

йоҡонан уянғас, Савельичте саҡырҙым һәм уның урынына ҡаршымда Марья Ивановнаны күрҙем; ул фәрештә тауышы һымаҡ тауыш менән иҫәнләште. Был минутта мине солғап алған татлы хисте һүҙ менән генә әйтеп аңлата алмайым. Уның ҡулын алып, татлы күҙ йәштәрем менән сылата-сылата ҡайнар итеп үптем. Маша ҡулын тартып алманы... һәм ҡапыл уның ирен­ дәре минең яңағыма тейҙе, мин уларҙың ҡайнар һәм саф үбеүен тойҙом. Бөтә тәнем буйлап ут югерҙе. «һөйөклө, яҡшы күңелле Марья Ивановна, — тинем мин уға, — минең ҡатыным бул, минең бәхетем өсөн риза бул». Ул иҫенә килде. «Алла хаҡына, тынысла­ нығыҙ, — тине ул, минән ҡулын тартып алып. — һеҙ­ ҙең хәлегеҙ ҡурҡыныс әле: яраның асылып китеүе бар. Минең өсөн булһа ла үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ». Шул һүҙҙәр­ ҙе әйтте лә, мине сикһеҙ шатлыҡҡа иҫертеп, ул бүлмә­ нән сығып китте. Бәхет мине ҡанатландырҙы. Ул минеке буласаҡ! Ул мине һөйә! Был уй минең бөтә барлығымды, йәнем-тәнемде биләп алды.

Шунан һуң инде миңә сәғәт һайын яҡшыраҡ, еңе­ лерәк була башланы. Мине полк цырюльниге 1 дауа- 1 Ц ы р ю л ь н и к — парикмахер. Ул дәүерҙә ҡараңғы урын­ дарҙа врачтарҙың бурыстарын йыш ҡына парикмахерҙәр баш­ ҡара; улар ҡан ебәрә, һөлөк һала һәм башҡа шуның һымаҡ эш­ тәрҙе эшләй торған булғандар.

42
Закрыть