әлбиттә, һәм яҡшы фамилиянан, байлығы ла бар; лә кин, сиркәүҙә никах уҡығанда бөтә халҡ алдында уның менән үбешергә кәрәклеген уйланым да... һис бер ваҡытта ла! һис бер рәхәт тормош хаҡына ла риза булмам!
Марья Ивановнаның һүҙҙәре минең күҙемде асты һәм миңә күп нәмәләрҙе аңлатып бирҙе. Мин Шва- бриндең ни өсөн уның тураһында һәр ваҡыт яуыз һүҙҙәр һөйләүен аңланым. Ул беҙҙең бер-беребеҙгә оҡшауыбыҙҙы һиҙгән һәм беҙҙе бер-беребеҙҙән ситлә тергә тырышҡан булырға кәрәк. Тупаҫ һәм әҙәпһеҙ көлөү урынына, уйлап эшләнгән яла яғыуҙы күргәс, беҙҙең ыҙығышыуыбыҙға сәбәп булған ул һүҙҙәр миңә тағы ла әшәкерәк булып тойолдо. Оятһыҙ яуыз телле кешене язалау теләге миндә тағы ла нығыраҡ көсәйҙе, һәм мин уңайлы ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтә башланым.
Миңә оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Икенсе көндө, элегия 1 яҙырға тип, ҡауырһын ҡәләм һабын сәйнәп, рифма уйлап ултырған саҡта, Швабрин минең тәҙ рәмде ҡаҡты. Мин, ҡәләмемде ҡуйып, шпагамды ал дым да уның янына сыҡтым. «Ниңә кисектерергә? — тине Швабрин. — Беҙҙе һағаламайҙар, йылға буйына төшәйек. Унда бер кем дә ҡамасауламаҫ». Беҙ һөйләш мәй барҙыҡ. Текә һуҡмаҡ буйлап төшөп, йылғаның янына уҡ барып туҡтаныҡ һәм шпагаларыбыҙҙы ҡын дарынан алдыҡ. Швабрин минән оҫтараҡ ине, ләкин мин көслөрәк һәм ҡыйыуыраҡ инем. Ҡасандыр һал дат булған monsieur 2 Бопре фехтованиенән миңә бер нисә дәрес биргәйне, мин шуларҙан файҙаландым. Швабрин мине ул тиклем ҡурҡыныслы дошман булыр тип көтмәгәйне. Беҙ оҙаҡ ваҡыт бер-беребеҙгә һис бер төрлө зыян килтерә алманыҡ; ахыр сиктә, Шва- бриндең хәлһеҙләнә барыуын күреп, мин уға йылда- мыраҡ һөжүм итә башланым һәм уны йылғаға еткән се тип әйтерлек ҡыҫырыҡланым. Ҡапыл исемемде ҡысҡырып әйткән тауыш ишеттем. Боролоп ҡараһам, 1 Э л е г и я — ҡайғы менән һуғарылған мөхәббәт шиғыры.
2 Monsieur (французса) — был урында әфәнде мәғәнәһендә ҡулланыла.
40