Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 4.

Беҙҙең яҡын ҡәрҙәшебеҙ, гвардия майоры князь Б.-ның мәрхәмәте менән, әсәйем миңә йөклө саҡта уҡ әле, Семеновский полкка1 сержант итеп яҙҙырғандар. Әгәр инде, бөтә теләктәренә ҡарамаҫтан, әсәйем ҡыҙ бала тапҡан булһа, атайым донъяға килмәгән сержант­ тың үлеүе тураһында тейешле урынға хәбәр итер, һәм шуның менән эш тә бөтөр ине. Мин, уҡыуым тамам­ ланғанға тиклем, отпускыла иҫәпләнә инем. Ул заман­ да беҙ хәҙергесә тәрбиәләнмәй инек. Биш йәштә са­ ғымда мине, үҙен айыҡ тотоуы өсөн миңә дядька 2 итеп ҡуйылған, стремянный 3 Савельичтең ҡулына тапшыр­ ғандар. Уның ҡарамағында ун ике йәштә сағымда мин рус грамотаһын өйрәндем һәм бурҙай эттең си­ фаттары тураһында бик һәйбәт белә башланым. Шул ваҡыттарҙа атайым минең өсөн бер французды, мосьё4 Бопрене ялланы. Уны бер йыллыҡ вино һәм зәйтүн майы запасы менән бергә Мәскәүҙән килтерт- теләр. Уның килеүе Савельичкә һис оҡшаманы. «Алла­ ға шөкөр,— тип мығырҙанды ул үҙалдына.— Баланың өҫтө-башы ҡараулы, сәстәре таралған, тамағы ла туҡ. Үҙ кешеләребеҙ бөткәндәй, артыҡ аҡса тотоу һәм мусье яллау ниңә кәрәк ине!» Бопре үҙ Ватанында парикмахер, унан һуң Прус- сияла һалдат булған, аҙаҡ pour otre outchitel5 булыр­ 1 С е м е н о в с к и й п о л к к а с е р ж а н т и т е п я ҙ ҙ ы р ­ ғ а н д а р — Пушкин тасуир иткән дәүерҙә дворян балаларын бик йәштән үк рядовой һалдат сифатында ғәскәри хеҙмәткә яҙҙырып ҡуя торған булғандар. Был шуның өсөн эшләнгән: 1762 йылғьь указ буйынса, офицер чинен алыр өсөн 12 йыл рядовой булып хеҙмәт итергә кәрәк булған. Ләкин фактта дворян балалары, әлбиттә, һис бер төрлө ғәскәри хеҙмәт итмәгәндәр һәм, өйҙә­ рендә йәшәгән хәлдә, механик рәүештә «хеҙмәт иткән йылдары» өсөн чин алғандар һәм тәүге офицерлек дәрәжәһе алғас ҡына полк­ ка килгәндәр. Семеновский полк — Петр I заманында төҙөлгән гвардия полктарының береһе.

2 Д я д ь к а — помещик балаларын ҡарау һәм күҙәтеү өсөн ҡуйылған, крепостной хеҙмәтсе-тәрбиәсе.

3 С т р е м я н н ы й— крепостной, хеҙмәтсе, һунарҙа һыбай йөрөгән сағында баринде хеҙмәтләндереүсе, һунар эттәре өйөрөн йөрөтөүсе кеше.

4 М о с ь ё (м усье)— французса monsieur һүҙенән алынған-, беҙҙеңсә әфәнде, тигән һүҙ.

5 p o u r o t r e o u t c h i t e l — рус һәм француз һүҙҙәре ҡу­ шылып яһалған һөйләм — уҡытыусы булырға тигән һүҙ.

4
Закрыть