Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 39.

төүе мөмкин түгел», — тинем мин уға. «Әлбиттә, — тине Швабрин. — һеҙ уҫал телегеҙ өсөн миңә ҡанығыҙ менән яуап бирәсәкһегеҙ; ләкин, моғайын, беҙҙе күҙә­ терҙәр. Беҙгә бер нисә көн килешкәндәй йөрөргә тура килер. Хәҙергә хуш!» — һәм беҙ, бер ни ҙә булмаған һымаҡ, айырылышып киттек.

Комендант өйөнә ҡайтанан әйләнеп ҡайтҡас, мин, ғәҙәтем буйынса, Марья Ивановна эргәһендә ултыр­ ҙым. Иван Кузмич өйҙә юҡ; Василиса Егоровна хужа­ лыҡ эше менән шөғөлләнә ине. Беҙ аҡрын ғына һөйләштек. Марья Ивановна, Швабрин менән ыҙғы­ шымдың бөтә кешене тынысһыҙлауы өсөн, мине йом­ шаҡ ҡына шелтәләп алды. «һеҙ шпагалар тотоп һу­ ғышырға теләйһегеҙ икән, тип һөйләнеләр; шуны ишеткәс, ҡотом осто, — тине ул. — Ирҙәр ниндәй ғә­ жәп кешеләр! Бер аҙнанан һуң, моғайын, онотоласаҡ бер һүҙ өсөн, улар һуйышырға һәм үҙ ғүмерҙәрен ҡор­ бан итергә генә түгел, выждандары менән дә иҫәпләш­ мәҫкә, унан һуң бүтән ҡайһы берәүҙәрҙең дә... тыныс- рәхәт тормоштарын һәләк итергә әҙер торалар. Ләкин мин был ыҙғышты башлаусы һеҙ түгел икәнлегенә ышанам. Моғайын, Алексей Иваныч ғәйеплелер».

— Ни өсөн һеҙ, улай тип уйлайһығыҙ, Марья Ивановна?

— Шулай инде... ул шулай кешенән көлөргә яра­ та бит! Мин Алексей Иванычты яратмайым. Ул миңә бик ерәнгес; ә ғәжәп: үҙемдең дә уға шулай уҡ оҡша- мауымды мин һис тә теләмәҫ инем. Был мине бик ныҡ борсор ине.

— Ә һеҙ ни өсөн шулай уйлайһығыҙ, Марья Ива­ новна? һеҙ уға оҡшайһығыҙмы, әллә юҡмы?

Марья Ивановна тотлоғоп ҡалды һәм ҡыҙарып китте. «Минең һиҙеүемсә, — тине ул, — мин уға оҡ­ шайымдыр, тип уйлайым».

— Ни өсөн һеҙгә улай тойола?

— Сөнки ул миңә бер ваҡыт яусы ебәргәйне.

— Яусы ебәрҙе! Ул һеҙгә яусы ебәрҙеме? Ҡасан булды һуң ул?

— Былтыр, һеҙ килерҙән бер-ике ай элек.

— һеҙ уға кейәүгә сыҡмаҫҡа булдығыҙмы?

— Күрәһегеҙ бит. Алексей Иваныч аҡыллы кеше, 39
Закрыть