ҡыуылған, аллаға ла ышанмай ул, ә һиңә ни ҡалған? һин дә уның артынан эйәрәһеңме?» Иван Кузмич ҡатынының һүҙҙәре менән тулыһын са ризалашып: «Ишетәһеңме, Василиса Егоровна дөрөҫлөктө һөйләй. Хәрби артикулдә 1 дуэль формаль рәүештә тыйылған»,— тип ҡабат-ҡабат әйтеп ҡуйҙы. Ул арала Палашка, беҙҙең шпагаларыбыҙҙы алып, соланға сығарып ҡуйҙы. Мин көлмәйенсә булдыра ал маным. Швабрин үҙенең эрелеген һаҡланы, «һеҙгә булған бөтә ихтирамыма ҡарамаҫтан, әйтмәй ҡала алмайым, — тине ул Василиса Егоровнаға һалҡын ҡанлылыҡ менән, — беҙҙе хөкөм . итеп, юҡҡа мәшә ҡәтләнәһегеҙ. һеҙ был эште Иван Кузмичкә тапшы рығыҙ: был уның эше». — «Ах, атаҡай ғынам! — тине комендант ҡатыны, — ир менән ҡатын бер йән, бер тән түгелме ни? Иван Кузмич! һин ниңә ауыҙ асып тораһың? Хәҙер үк шуларҙы, икмәк менән һыуға ҡал дырып, иҫәрлектәре бөткәнсе, айырым мөйөштәргә ултыртып ҡуй; етмәһә, алланан ғәфү үтенһендәр һәм кешеләр алдында тәүбә итһендәр өсөн отец Герасим эпитимия 2 ҡылдырһын».
Иван Кузмич ниндәй ҡарарға килергә лә белмәне. Марья Ивановна ғәҙәттән тыш ағарынғайны. Аҙ-аҙлап дауыл баҫылды; комендант ҡатыны тынысланды һәм беҙҙең икебеҙҙе үбешергә мәжбүр итте. Палашка беҙгә шпагаларыбыҙҙы килтереп бирҙе. Беҙ, килешкән һымаҡ булып, коменданттан сығып киттек. Иван Игнатьич беҙҙе оҙатып барҙы. «Берәүгә лә әйтмәҫкә миңә һүҙ биргәндең һуңында, беҙҙе комендантҡа ошаҡлау һеҙгә оят булманымы?» — тинем мин уға, асыуланып. — «Алла шаһит, мин Иван Кузмичкә уны әйтмәнем,— тине ул.— Василиса Егоровна бөтәһен дә минән үҙе һорашып белде. Ул бөтәһен дә комендантҡа әйтмәйенсә эшләтте. Хәйер, шулай тамамланыуы өсөн аллаға шөкөр». — Шул һүҙҙәрҙе әйтте лә, ул өйөнә ҡарай боролдо, ә Швабрин менән беҙ икебеҙ генә тороп ҡалдыҡ. «Беҙҙең эштең бының менән генә бө- 1 Х ә р б и а р т и к у л ь — закондар йыйынтығы, хәрби кеше ләрҙе ошо артикуль буйынса хөкөм иткәндәр.
2 Э п и т и м и я — сиркәү язаһы (пост, оҙон доғалар уҡыу Һ. б.).
38