тигән йырҙы йырлай башланым. Аңлашылмау килеп сыҡты. Петр Андреич асыуланғайны ла, һуңынан, һәр кем үҙе теләгән көйҙө йырларға ихтыярлы, тигән фе кергә килде. Шуның менән эш тә бөттө.
Швабриндең оятһыҙлығы мине саҡ енләндермәй ҡалды, ләкин уның тупаҫ рәүештә ситләтеп һөйләүен микән башҡа бер кем дә аңламаны, һәр хәлдә бер кем дә иғтибар итмәне, һүҙ йырҙан шиғыр ижад итеүсе ләргә күсте. Комендант, шиғыр яҙыусыларҙың бөтәһе лә югәнһеҙ кешеләр һәм эштән сыҡҡан эскесе булалар тип, миңә хәрби хеҙмәттә ярай торған эш булмағанға, был эш һис тә яҡшылыҡҡа алып бармағанға күрә, ши ғыр яҙыуҙы ташларға дуҫтарса кәңәш бирҙе.
Швабриндең бында булыуына минең сыҙар хәлем ҡалманы. Тиҙҙән мин комендант һәм уның семьяһы менән хушлашып сығып киттем; өйгә ҡайтҡас, шпагам ды алып, осоноң үткерлеген ҡараным, һәм, Савельич- кә мине етенсе сәғәттә уятырға ҡушып, йоҡларға яттым.
Икенсе көндө билдәләнгән ваҡытта мин эҫкерттәр артында дошманымды көтөп тора инем инде. Тиҙҙән ул да килде. «Беҙҙең янға килеп еығыуҙары мөмкин, ашығырға кәрәк»,— тине ул миңә. Мундирҙәребеҙҙе һалдыҡ, өҫтөбөҙҙә камзулдар ғына ҡалды. Шпагала рыбыҙҙы ҡындарынан алдыҡ. Шул минутта эҫкерт артынан ҡапыл Иван Игнатьич менән биш инвалид килеп сыҡты. Ул беҙҙең комендантҡа барыуыбыҙҙы талап итте. Кәйефебеҙ китһә лә, буйһондоҡ; һалдат тар беҙҙе уратып алдылар, һәм беҙ Иван Игнатьич артынан киттек. Ул, ғәжәп эре, тантаналы атлап, беҙҙе алып китте.
Комендант өйөнә барып индек. Иван Игнатьич ишекте асып, тантана менән: «Алып ҡайттым!» — тине. Беҙҙе Василиса Егоровна ҡаршыланы: «Их, атаҡайҙа- рым! Был нәмәгә ?рай һуң? Ни эш был? Нәмә был? Беҙҙең креп-остә кеше үлтереү менән шөғөлләнеү! Иван Кузмич, хәҙер үк уларҙы ябып ҡуй! Петр Андреич! Алексей Иваныч! Шпагаларығыҙҙы бында бирегеҙ, хә ҙер үк бирегеҙ. Палашка, был шпагаларҙы соланға илтеп ҡуй. Петр Андреич! Мин һинән көтмәгәйнем. Һәм нисек оят түгел? Алексей Ивановичтан быны көтөргә лә мөмкин ине: кеше үлтергән өсөн ул гвардиянан да 37