Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 36.

миндә ундай һалҡын ҡанлылыҡ юҡ ине. Был кисте мин йомшаҡ күңелле һәм нескә хисле булып үткәрҙем. Марья Ивановна миңә ғәҙәттәгенән нығыраҡ оҡшай ине. Ихтимал, уны һуңғы тапҡыр күрә торғанмындыр, тигән уй минең күҙ алдымда уға ниндәйҙер яғымлылыҡ бирә ине. Швабрин дә килгәйне. Уны ситкәрәк алып киттем дә, Иван Игнатьич менән булған әңгәмә тура­ һында уға һөйләп бирҙем. «Беҙгә секунданттар ниңә,— тине ул миңә ҡоро ғына: — уларҙан башҡа ла булды­ рырбыҙ». Беҙ крепость эргәһендәге эҫкерттәр аръя­ ғында һуғышырға булдыҡ һәм икенсе көн иртәнге етенсе сәғәттә шунда барырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Беҙ, күрәһең, шул тиклем дуҫтарса һөйләшеп киткәнбеҙ, Иван Игнатьич шатлығынан таҡылдап та алды. «Күп­ тән шулай кәрәк ине, — тине ул миңә ҡәнәғәт төҫ менән. — Насар тыныслыҡ яҡшы ыҙғыштан арыуыраҡ, намыҫ менән эшләнмәһә лә иҫән-һау булаһың».

Мөйөштә кәрт һалып ултырған комендант ҡатыны: — Нәмә, нәмә тиһең, Иван Игнатьич? Мин ишетә алмай ҡалдымсы, — тине.

Иван Игнатьич, миндәге ризаһыҙлыҡ билдәләрен күреп алды һәм үҙенең вәғәҙәһен хәтерләп, аптырап ҡалды һәм ни тип яуап бирергә лә белмәне. Швабрин уға ярҙамға етеште: — Иван Игнатьич беҙҙең килешеүебеҙҙе хуплай,— тине ул.

— Ә һин, атаҡай, кем менән ыҙғыштың?

— Петр Андреич менән беҙ ныҡ ҡына ыҙғышҡай­ ныҡ.

— Ни өсөн?

— Юҡ ҡына бер нәмә өсөн: бер йыр өсөн, Васи­ лиса Егоровна.

— Тапҡанһығыҙ ыҙғышыр нәмә! Йыр өсөн!.. Ул нисек килеп сыҡты һуң?

— Бына нисек булды ул: Петр Андреич күптән түгел бер йыр сығарғайны, һәм бөгөн минең янымда шуны йырланы, ә мин үҙем яратҡан: Капитан ҡыҙы, тыңла, Йөрөмә ҡара төндә,— 36
Закрыть