Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 35.

— Ғәфү итегеҙ, Петр Андреич! һеҙ нәмә уйлап сығарғанһығыҙ! һеҙ Алексей Иваныч менән әрләште­ геҙме? Бик иҫегеҙ киткән икән! Әрләшкән — бөткән. Ул һеҙҙе әрләгән икән, һеҙ уны һүгегеҙ; ул һеҙҙең ауыҙығыҙға ҡундырған икән, һеҙ уның ҡолаҡ төбө­ нә тондороғоҙ, тағы икенсе, өсөнсө тапҡыр шулай биргеләгеҙ ҙә — икегеҙ ике яҡҡа китегеҙ ҙә барығыҙ; ә беҙ һеҙҙе килештерербеҙ. Юғиһә, һорарға баҙнат итәм, кеше тиклем кешене сәнсеп үлтереү яҡшы эшме ни? һеҙ уны сәнсһәгеҙ тағы бер хәл: Алексей Иваныч- ҡа теләһә ни булһын; мин үҙем дә уны яратып бөтөр­ мәйем. Әгәр ул һеҙҙе сәнсеп ҡуйһа нисек булыр? Ул нәмәгә оҡшар һуң? һорарға баҙнат итәм, ул саҡта кем алйот булып ҡалыр?

Аҡыллы поручиктең фекерҙәре мине ҡаҡшатманы, Мин үҙ ниәтемдә ҡалдым. «Нисек теләйһегеҙ, — тине Иван Игнатьич,— үҙегеҙ белгәнсә эшләгеҙ. Унан һуң ни өсөн бында миңә шаһит булырға кәрәк? Ни ай­ ҡанлы? Кешеләр һуғышалар икән, — һорарға баҙнат итәм, күрелмәгән нәмәме ни ул? Аллаға шөкөр, швед һәм төрөк һуғыштарында ла ҡатнаштым; күрмәгән ҡалманы».

Мин уға бик ҡыйынлыҡ менән секунданттың буры­ сын аңлата башланым; ләкин Иван Игнатьич мине һис аңлай алманы. «Ихтыяр үҙегеҙҙә, — тине ул.— Миңә был эшкә ҡатнашырға кәрәк икән, ул ваҡытта, хеҙмәт ҡушҡанса, Иван Кузмичкә барып, фортецияла ҡаҙна мәнфәғәтенә ҡаршы булған яуыз ниәтле эш эшләнергә тора: комендант әфәндегә тейешле саралар күреү яҡшы булмаҫмы икән тип, һүҙ еткерһәм генә инде...» Мин ҡурҡыуға төштөм һәм Иван Игнатьичтән ко­ мендантҡа бер ни ҙә әйтмәүен үтенә башланым; быға уны көскә күндерҙем; ул миңә һүҙ бирҙе, һәм мин уның янынан китергә булдым.

Ул кисте мин үҙемдең ғәҙәтемсә комендант өйөндә үткәрҙем, һис бер төрлө шик тыуҙырмаҫ һәм ялҡтыр­ ғыс һорашыуҙарҙан ҡотолор өсөн, шат һәм ғәмһеҙ күренергә тырыштым; минең хәлемдә булған кешеләр һәр ваҡыт тип әйтерлек үҙҙәренең һалҡын ҡанлылыҡ­ тары менән маҡтаналар, ләкин дөрөҫөн әйтергә кәрәк, 3* 35
Закрыть