Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 34.

— Был, сударь, ни тигән һүҙ? Рәхим итеп аңлатып бир?

— Бик рәхәтләнеп. Әгәр һин ҡараңғы төшкәс Ма­ ша Миронованың яныңа килеп йөрөүен теләһәң, нәфис шиғырҙар урынына уға бер пар ҡолаҡ алҡаһы бүләк ит, тигән һүҙ була ул.

Минең ҡаным ҡыҙып китте. Асыуымды көс-хәл ме­ нән тыйып: — Ә һин ни өсөн уның хаҡында шундай фекерҙә?— тип һораным, — Ә бына шуның өсөн, — тип яуап бирҙе ул, үтә яуызлыҡ менән йылмайып. — Уның холҡон һәм ғәҙә­ тен тәжрибәм буйынса беләм.

— һин алдайһың, ҡәбәхәт! — тип ҡысҡырҙым мин, аҡылдан шашыр сиккә етеп, — һин бик оятһыҙ рәүештә алдайһың.

Швабриндең төҫө үҙгәрҙе. «Был һиңә буш ҡал­ маҫ»,— тине ул, минең ҡулымды ҡыҫып тотоп. — һеҙ миңә сатисфакция 1 бирерһегеҙ».

— Рәхим ит; теләгән ваҡытыңда! — тинем мин, шатланып, был минутта мин уны өҙгәләп ташларға әҙер инем.

Мин шунда уҡ Иван Игнатьичкә киттем һәм уны ҡулына энә тотоп ултырған килеш осраттым: ул, ко­ мендант бисәһенең ҡушыуы буйынса, ҡышлыҡҡа кип­ тереү өсөн епкә бәшмәктәр теҙә ине. «Ә, Петр Андре- ич! Рәхим итегеҙ! — тине ул мине күргәс. — һеҙҙе ҡайҙан ел ташланы? һорарға баҙнат итәм, ниндәй эш менән?» Мин уға Алексей Иваныч менән та- лашҡанлығымды, ә уны, Иван Игнатьичте, минең секундантым булырға саҡырыуымды бер нисә генә һүҙ .менән аңлатып бирҙем. Иван Игнатьич үҙенең берҙән- бер күҙен ҙур итеп асып, һүҙҙәремде иғтибар менән тыңланы, «һеҙ, — тине ул миңә,— Алексей Иванычте сәнсеп үлтерергә теләүегеҙ һәм мине шунда шаһит итергә уйлауығыҙ тураһында әйтәһегеҙ түгелме? һо­ рарға баҙнат итәм, шулаймы?» — Тап шулай.

1 С а т и с ф а к ц и я — рәнйетеү, хурлау өсөн ҡәнәғәтләнде­ реү; сатисфакция талап итеү — дуэлгә саҡырыу тигән һүҙ.

34
Закрыть