Таны ҡаршындағы мин әсирҙе, Ҡыҙған, Маша, һин мине; Яндырмаҫы яуыз уттарҙа, Мин әсир, Маша, һиңә.
— Быға һин нисек ҡарайһың? — тип һораным мин Швабриндән. һис шикһеҙ тейешле нәмә һымаҡ итеп, уның маҡтауын көттөм. Ләкин, минең ҙур үкенесемә ҡаршы, ғәҙәттә хәтер һаҡлаусан Швабрин, ҡырҡа рә үештә, йырымдың насар булғанлығын әйтте.
Мин, кәйефем киткәнде йәшереп: — Ни әсән улай? — тип һораным.
— Шуның ө с ө н ,— тине ул,— бындай шиғырҙар бары тик минең уҡытыусым Василий Кирилыч Тредья- ковскийгә 1 хас, һәм был шиғыр миңә уның мөхәббәт хаҡындағы куплеттәрен ныҡ хәтерләтәләр.
Шунда ул минең дәфтәремде алды ла, иң сәнскеле һүҙҙәр менән мине мыҫҡыллап, шиғырҙың һәр юлын, һәр һүҙен аяуһыҙ рәүештә тикшерә башланы. Түҙмә нем, уның ҡулынан дәфтәремде тартып алдым һәм бынан һуң үҙемдең әҫәрҙәремде бер ваҡытта ла уға күрһәтмәйәсәгемде әйттем. Швабрин минең был ҡур- ҡытыуымдан да көлдө. «Ҡарап ҡарарбыҙ,— тине ул,— үҙ һүҙеңдә торорһоңмо икән: Иван Кузмичкә аш ал дынан бер бәләкәй графин араҡы кәрәк булған кеүек, шиғыр яҙыусыға ла тыңлаусы кәрәк. Ә һин нескә хистәргә күмелеп, ғишыҡ утына бирелеп, мөхәббәт һүҙҙәреңде арнаған Маша кем һуң? Марья Ивановна түгелме?
— Ул Маша кем генә булмаһын, унда һинең эшең юҡ,— тинем мин, сырайымды һытып.— һинең феке реңде лә, нәмәлер һиҙенеүеңде лә талап итмәйем.
— Оһо! Үҙ-үҙен һөйөүсән шағир һәм баҫалҡы ғашиҡ! — тип дауам итте Швабрин, торған һайын ми нең асыуымды ҡабартып. — Ләкин дуҫтарса кәңәште тыңла. Әгәр һин уңыш ҡаҙанырға теләһәң, йыр менән хәрәкәт итмәҫкә кәңәш бирәм.
1 Т р е д ь я к о в с к и й , В. К. (1703— 1769)— шағир, тәрже мәсе һәм ғалим. Шиғырҙарының килбәтһеҙлеге һәм ижектәренең ауырлығы сәбәпле, замандаштары күп ваҡытта уның шиғырҙары на көлөп ҡарағандар.
3 Капитан ҡыҙы 33