рәнәм, ә ҡайһы бер саҡта шиғырҙар ҙа яҙғылап ҡарайым. Төшкө ашты һәр ваҡыт тип әйтерлек комен дантта ашайым, көндөң ҡалған өлөшөн дә ғәҙәт бу йынса шунда үткәрә инем һәм ҡайһы саҡта бында үҙенең ҡатыны, биҫтәләге беренсе хәбәр ташыусы Акулина Памфиловна менән отец Герасим дә килә торғайны. Алексей Иванович Швабрин менән, билдә ле, мин һәр көн күрешә инем, ләкин торған һайын уның менән әңгәмәнең минең өсөн ҡыҙығы кәмей бар ҙы. Комендант семьяһы тураһында уның һәр ваҡыт көлөп һөйләүе, бигерәк тә Марья Ивановна тура һындағы сәнскеле һүҙҙәре, миңә һис тә оҡшамай ине. Крепостә* барып йөрөрлөк бүтән кеше юҡ, һәм мин башҡаны теләмәй ҙә инем.
Таралған хәбәргә ҡарамаҫтан, башҡорттар бола сығарманылар. Беҙҙең крепость тирәһендә тыныслыҡ хөкөм һөрә ине. Ләкин был тыныслыҡ үҙ-ара ыҙғыш менән ҡапыл ғына боҙолдо.
Мин әҙәбиәт менән шөғөлләнгәнемде әйткәйнем инде. Ул заман өсөн минең тәжрибәләрем арыу ғына ине, һәм бер нисә йылдан һуң Александр Петрович Сумароков 1 уларҙы бик маҡтаны. Бер ваҡыт мин бер йыр яҙҙым һәм ул йырҙан үҙем дә ҡәнәғәт инем. Бил дәле инде, яҙыусылар ҡайһы саҡта, кәңәш алыу һыл тауы аҫтында, яҡшы теләкле тыңлаусы эҙләйҙәр. Шу лай итеп, мин дә, йырымды күсереп яҙып, уны Шваб- рингә алып барҙым, сөнки бөтә крепостә ул ғына шиғыр сығарыусының әҫәренә баһа бирә алырлыҡ кеше ине. Бәләкәй генә инеш һүҙҙән һуң, кеҫәмдән дәфтәремде алып, түбәндәге шиғырҙы уҡыным: Һөйөү тойғоларын күңелдән ҡыйратып, Ғазапланып, ул гүзәлде онотмаҡ булам.
Аһ! тим үҙем, Машанан ҡасып йөрөйөм, Шулай итеп мин ирккә ынтылам.
Ләкин мине әсир иткән күҙҙәрең һәр саҡ күҙ алдымда торалар; Әрнетәләр улар минең йәнемде, Тыныслығым емерәләр, боҙалар.
1 С у м а р о к о в , А. П. (1718— 1777)— XVIII быуатта ныҡ танылған рус шағире һәм драматургы.
32