Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 31.

/V глава ДУЭЛЬ — Рәхим ит, килеп баҫ ҡаршыма, Күрерһең: ҡаҙармын һиңә, ярһынып!

Княжнин.

Бер нисә аҙна үтте. Белогорск крепосендә тормо­ шом минең өсөн түҙерлек кенә түгел, хатта күңелле булып китте. Комендант өйөндә мине үҙ туғандары кеүек ҡабул иттеләр. Комендант һәм уның ҡатыны бик хөрмәтле кешеләр ине. һалдат улынан офицер дәрә­ жәһенә еткән Иван Кузмич уҡымышһыҙ, ябай, ләкин иң намыҫлы һәм яҡшы күңелле кеше ине. Уға ҡатыны баш һәм был уның ғәмһеҙлегенә ярашлы ине.

Василиса Егоровна үҙенең хужалыҡ эшенә нисек ҡараһа, иренең комендантлыҡ эшенә лә шулай ҡарай, крепость менән^дә тап үҙ өйө менән идара иткән кеүек идара итә. Марья Ивановна ла тиҙҙән минән тартын­ май башланы. Беҙ таныштыҡ. Ул аҡыллы һәм нескә күңелле ҡыҙ ине. Үҙем дә һиҙмәҫтән мин был яҡшы семьяға, хатта, һыңар күҙле гарнизон поручиге Иван Игнатьичкә лә эйәләшеп киттем. Швабрин уның ту­ раһында, ул, йәнәһе, Василиса Егоровна менән йәше­ рен мөнәсәбәттә булған, тип, уйлап сығарып һөйләһә лә, уның дөрөҫлөгөнөң күләгәһе лә юҡ ине. Швабрин иһә, быға борсолмай ҙа ине.

Мине офицер дәрәжәһенә күтәрҙеләр. Хеҙмәт итеү миңә ауыр түгел ине. Алла тарафынан һаҡлана тор­ ған был крепостә ғәскәргә смотр яһау ҙа, эшкә өйрә­ теү ҙә, ҡарауылға йөрөү ҙә юҡ. Комендант үҙ теләге буйынса ҡайһы саҡта һалдаттарҙы өйрәткеләй тор­ ғайны; ләкин, һалдаттарҙың күбеһенең, яңылышмаҫ өсөн, һәр боролош алдынан суҡынып алыуына ҡара­ маҫтан, уларҙың бөтәһенең дә ҡайһы яҡ уң яҡ, ҡайһы яҡ һул яҡ икәнен белеүҙәренә ирешә алмай ине әле. Швабриндең французса бер нисә китабы бар ине. Мин уҡый башланым, һәм миндә әҙәбиәткә һәүәҫлек тыу­ ҙы. Иртәләрен мин китап уҡыйым, тәржемә итергә өй- 31
Закрыть