Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 30.

Ивановнаға ҡараным; ул ҡыҙарынып китте, һәм хатта тәрилкәһенә күҙ йәштәре тамды. Мин уны ҡыҙғандым, һүҙҙе икенсегә бороп ебәрергә ашыҡтым, «һеҙҙең кре­ поскә,— тинем мин бик урынлы булмаһа ла,— башҡорттар һөжүм итергә йыйыналар имеш тип ишет­ кәйнем».— «һин, быны, атаҡай, кемдән ишеттең?» — тип һораны Иван Кузмич. «Ырымбурҙа миңә шулай тигәйнеләр»,— тинем мин. «Буш һүҙ! — тине комен­ дант.— Беҙҙә күптән бер ни ҙә ишетелгәне юҡ. Башҡорттар ҡурҡытылған халҡ, ҡырғыҙҙар ҙа һабаҡ алғандар. Ҡурҡма, яҡын килә алмаҫтар беҙгә; ә инде килеп бәйләнәләр икән, мин уларҙың ҡотон шулай алырмын, бер ун йыл тауыш-тындары сыҡмаҫ», «һеҙгә,— тинем мин, капитан ҡатынына мөрәжәғәт итеп,— шундай хәүеф-хәтәр көтөлгән крепостә ҡалыу ҡурҡыныс түгелме һуң?» — «Күнегелгән инде, ата­ ҡай,— тине ул.— Бынан егерме йыл элек, беҙҙе полк­ тан бында күсергәс, күрергә хоҙай яҙмаһын, ҡәһәр һуҡҡыр шул динһеҙҙәрҙән бик ҡурҡа торғайным! һ е­ ләүһен бүрктәрҙе күрә ҡалһам, уларҙың сырылдауҙа- рын ишетһәм, атаҡайым, ышанаһыңмы, йөрәгем яры­ лыр хәлгә етә ине! Ә хәҙер шулай күнегеп киткәнмен: яуыздар крепость тирәһендә сабышып йөрөйҙәр, тип әйтһәләр ҙә урынымдан ҡуҙғалмам».

— Василиса Егоровна бик батыр ҡатын ул,— тине Швабрин эре генә.— Быны Иван Кузмич тә дөрөҫләй алыр.

— Эйе шул,— тине Иван Кузмич,— ул ҡурҡаҡ ҡа­ тындарҙан түгел.

— Ә Марья Ивановна нисек? — тип һораным мин: — Ул да, һеҙҙең кеүек, йөрәклеме?

— Маша йөрәклеме тиһегеҙ? — тине уның әсәһе.— Юҡ, Маша ҡурҡаҡ. Әлегә тиклем мылтыҡ тауышынан да ҡото оса: ишеткәс тә ҡалтырай башлай. Бынан ике йыл элек минең тыуған көнөмдә Иван Кузмич туп­ тан аттырғайны, Маша, күгәрсенкәйем, ҡурҡыуынан саҡ-саҡ ҡына теге донъяға китмәй ҡалды. Шул ва­ ҡыттан бирле ҡәһәр төшкән туптан атмайбыҙ ҙа.

Беҙ өҫтәл янынан торҙоҡ. Капитан һәм уның ҡаты­ ны йоҡларға булдылар; ә мин Швабрингә киттем, бөтә кисте уның менән үткәрҙем.

30
Закрыть