Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 26.

шына шәл ураған бер ҡарсыҡ ултыра. Ул офицер мун­ дире кейгән һыңар күҙле бер ҡарт ҡулдарын айырып тотоп торған ептәрҙе тағата ине. Ҡарсыҡ, үҙенең эшен дауам итеп: «һеҙҙең ни йомошоғоҙ бар, атаҡай?» — тип һораны. Мин үҙәмдең хеҙмәткә килеүемде һәм үҙемдең бурысым буйынса капитан әфәндегә күре­ нергә теләүемде әйттем һәм һыңар күҙле ҡартты, ка­ питанға иҫәпләп, әлеге һүҙҙәремде уға төбәп әйткәй­ нем; ләкин хужа ҡатын минең алдан өйрәнеп ҡуйған телмәремде бүлдерҙе. «Иван Кузмич өйҙә юҡ,— тине ҡарсыҡ,— ул отец1 Герасимдарға ҡунаҡҡа киткәйне; барыбер, атаҡай, мин уның ҡатыны. Хуш күреп, рәхим ит. Ултыр, атаҡай». Ул бер ҡыҙға өндәште һәм уряд- никте2 саҡырып килергә ҡушты. Ҡарт үҙенең һыңар күҙе менән миңә ҡыҙыҡһынып ҡарай ине. «һорарға баҙнат итәм,— тине ул,— һеҙ ҡайһы полкта хеҙмәт ит­ кәйнегеҙ?» Мин уның ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндер­ ҙем. «Ә һорарға яраймы,— тине ул һүҙен дауам итеп.— Ни өсөн һеҙ гвардиянан гарнизонға күсергә булды­ ғыҙ?» Мин начальниктәрҙең ихтыяры шулай булыуын әйттем. «Ихтимал, гвардия офиңеренә ярамаған бе­ рәй эш өсөндөр?» — тип дауам итте арымаҫ һорашыу­ сы. «Юҡты һөйләп торма әле,— тине уға капитан ҡа­ тыны.— Күрәһең бит, кеше юл килеп арыған; унда һинең ҡайғың юҡ әле... (Ҡулдарыңды турараҡ тот...) Ә һин, атаҡай,— тине ул, миңә мөрәжәғәт итеп,— беҙ­ ҙең был ҡараңғы, ташландыҡ яҡҡа ебәреүҙәренә бер ҙә ҡайғырма, һин тәүгеһе лә, һуңғыһы ла түгелһең. Тора-бара күңелеңә лә оҡшап китер. Швабрин Алексей Ивановичтең кеше үлтергән өсөн беҙгә ебәрелеүенә бишенсе йыл инде. Хоҙай белһен, ниндәй гөнаһ шом­ лоғо харап иткәндер үҙен, ул, беләһең килһә, бер по­ ручик менән ҡала ситенә сығып киткән, үҙҙәре менән шпагалар ҙа алғандар һәм унда бер-береһенә сәнсе- шергә тотонғандар, ә Алексей Иванович поручикте сәнскән дә үлтергән, етмәһә ике шаһит алдында бит! Ни ҡылмаҡ кәрәк? Гөнаһлы эшкә оҫталыҡ кәрәкмәй».

Шул минутта урядник килеп инде, ул йәш һәм 1 О т е ц — был урында дин эшен алып барыусыны ололап •әйтеү; поп.

2 У р я д н и к — казак ғәскәрҙәрендә өлкән һалдат званиеһе.

26
Закрыть