Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 25.

тыртып, ябып ҡуйырға әҙер торған ҡаты бәғерле, асыулы бер ҡарт итеп күҙ алдыма баҫтырҙым. Ул ара­ ла ҡараңғы төшә башланы. Беҙ шаҡтай шәп бара инек. «Крепоскә алыҫмы әле?»— тип һораным мин ямщигемдән. «Алыҫ түгел,— тине ул.— Ана күренә лә инде». Ныҡ, таҙа бастиондар \ манаралар һәм валдар күрергә теләп, тирә-яҡҡа ҡараным; ләкин бүрәнә ҡой­ ма менән әйләндерел алынған бәләкәй генә ауылдан башҡа бер ни ҙә күрмәнем. Бер яҡта яртылаш ҡар баҫып киткән өс-дүрт бесән эҫкерте, икенсе яҡта ҡ а­ быҡ ҡанаттары ялҡау ғына һалынып төшкән, ҡыйшай­ ған ел тирмәне тора ине. «Ҡайҙа һуң крепость?» — тип һораным мин, ғәжәпләнеп. Ямщик ауылды күрһәтеп: «Бына бит»,— тип яуап бирҙе, һәм шул һүҙҙәрҙе әйт­ кән саҡта беҙ ауылға килеп индек. Ҡапҡа эргәһендә генә иҫке суйын туп тора. Урамдары тар һәм кәкере; өйҙәр тәпәш һәм күбеһе һалам менән ябылғайны. Мин комендантҡа барырға ҡуштым һәм, бер минут үтеүгә, кибитка ағас сиркәү янындағы ҡалҡыу урынға һа­ лынған ағас өй алдына килеп туҡтаны.

Мине бер кем дә ҡаршы сығып алманы. Мин со­ ланға индем һәм алғы бүлмә ишеген астым. Ҡарт инвалид, өҫтәлгә ултырып, йәшел мундир еңенең тер­ һәк тапҡырына күк ямау һалып булаша ине. Уға ми­ нең килеүем тураһында инеп әйтергә ҡуштым. «Ин, атаҡай,— тине инвалид,— беҙҙекеләр өйҙә». Мин бо­ ронғоса йыйыштырылған таҙа ғына бүлмәгә индем. Мөйөштә һауыт-һаба ҡуйылған шкаф тора; стенаға быялалы рам эсендә офицерлек дипломы элеп ҡуйыл­ ған; уның эргәһендә Кистринде2 һәм Очаковты3 һу­ ғышып алыу, шулай уҡ кәләш һайлау һәм бесәй кү­ меү 4 күренештәре төшөрөлгән арзанлы картиналар тора ине. Тәҙрә янында йылы камзул кейгән һәм ба- 1 Б а с т и о н — крепость нығытмаларының бер төрө.

2 К и с т р ин — Пруссияның Одер йылғаһы буйындағы кре­ посе 1758 йылда, Ете йыллыҡ һуғыш ваҡытында, был крепость рус армияһы тарафынан ҡамалған һәм һуғышып алынған.

3 О ч а к о в — Днепр йылғаһы буйындағы ҡала, элек төрөк крепосе булған һәм 1737 йылда рус ғәскәрҙәре тарафынан һуғы­ шып алынған.

4 « С ы с ҡ а н д а р ҙ ы ң б е с ә й ҙ е к ү м е ү е»— сатирик ха- рактерҙәге иң популяр картиналарҙың береһе.

25
Закрыть