Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 24.

әсеүендә немецтәргә хас булған ҡаты экономия бар ине, үҙенең буйҙаҡтарға әҙерләнгән аш табыны янында ҡайһы бер саҡтарҙа артыҡ ҡунаҡты күреү ҡурҡынысы минең ашығыс рәүештә гарнизонға ебәрелеүемә лә бер ни тиклем сәбәпсе булғандыр, тип уйланым мин. Иртәгәһен, генерал менән хушлашып, билдәләнгән урыныма юл тоттом.

[II глава КРЕПОСТЬ Беҙ фортедияла 1 йәшәйбеҙ, һыу эсеп, икмәк ашайбыҙ.

Яуыз дошман әгәр теләһә, Ҡунаҡ булып беҙгә килергә, Йәҙрә менән ҡороп туптарҙы Беҙ әҙербеҙ уларҙы һөрөргә.

һ а л д а т й ы р ы .

Иҫке заман кешеләре улар, атаҡайым.

Н е д о р о с л ь 2 Белогорск крепосе Ырымбурҙан ҡырҡ саҡрымда ине. Юл Яйыҡтың текә ярҙары буйлап бара. йылға әле туңмаған һәм уның ҡурғаш һымаҡ тулҡындары аҡ ҡар менән ҡапланған бер төрлө ярҙары эсендә эс бошорғос булып ҡарайып күренәләр, йылғаның ике яғында ла ҡырғыҙ далалары йәйелеп киткән. Мин уй­ ға сумдым. Күберәк өлөшө күңелһеҙ ине был уйҙа­ рымдың. Гарнизон тормошо мине бик аҙ ҡыҙыҡтыра ине. Капитан Мироновты, үҙемдең буласаҡ начальни- гемде, күҙ алдыма килтерергә тырыштым, һәм уны, үҙенең хеҙмәтенән башҡа бер ни ҙә белмәй торған, һәр бер юҡ нәмә өсөн дә мине икмәк менән һыуға ул­ * Ф о р т е ц и я — крепость.

2 Н е д о р о с л ь — атаҡлы рус яҙыусыһы Д. И. Фонвизин (1745—1792) комедияһының исеме. Был комедияла ул ҙур сати­ рик көс менән Россиялағы өйәҙ дворяндәренең наҙанлыҡтарынан һәм вәхшилектәренән көлгән.

24
Закрыть