Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 23.

превосходительство онотмағандыр әле тип ышанам... һм... «һәм... мәрхүм фельдмаршал Миних менән поход­ та барған саҡта... шулай уҡ Каролинканы»... Әһә, бру­ дер! һ Ул беҙҙең йәш саҡтағы шаянлыҡтарҙы хәтер­ ләй икән әле? «Хәҙер эш тураһында... һеҙгә үҙемдең елғыуарымды»... һм... «терпе бейәләй менән тоторға»... терпе бейәләй ни тигән һүҙ һуң әле? Рустарҙың халҡ әйтемелер... «Терпе бейәләй менән тоторға? — ни ти­ гән һүҙ ул?» — тип һораны ул миңә мөрәжәғәт итеп.

— Уның мәғәнәһе — тинем мин бик гөнаһыҙ ҡиә­ фәттә,— йомшаҡ мөғәмәлә күрһәтергә, бик ҡаты бә­ релмәҫкә, күберәк ирк бирергә, тигән һүҙ була инде.

— һм, аңлайым... «һәм уға ирк бирмәҫкә»... юҡ, терпе бейәләй, күрәһең, ундай мәғәнәлә түгелдер... «Шуның менән бергә... уның паспорты»... Ҡайҙа һуң ул? Ә, бына... «Семеновскийҙән күсертергә». Яҡшы, яҡшы: бөтәһе лә эшләнер... «Үҙеңде иҫке иптәш, дуҫ итеп, чинһеҙ генә ҡосаҡларға рөхсәт ит» — а! Күптән шулай кәрәк ине... һәм башҡалар һәм башҡалар.— Ну, дуҫҡайым,— тине ул хатты, уҡығас һәм минең паспор­ тымды бер яҡ ситкә ҡуйҙы ла,— бөтәһе лә эшләнәсәк: һин офицер итеп *** полкына күсереләсәкһең һәм, ваҡытың бушҡа үтмәһен өсөн, иртәгә үк Белогорск крепосенә кит, һин унда капитан Миронов команда­ һында булырһың. Ул яҡшы һәм намыҫлы кеше. Унда Һин ысын хеҙмәттә булырһың, дисциплинаға өйрәнер­ һең. Ырымбурҙа ҡалыуҙың һиңә кәрәге юҡ; тик йөрөү йәш кеше өсөн зарарлы. Ә бөгөн көндөҙгө ашҡа миңә рәхим ит.

Торған һайын ҡыйынлаша бара!— тип уйланым мин эстән генә,— әсә ҡарынында саҡта уҡ минең гвар­ дия сержанты итеп яҙылған булыуым миңә нәмәгә яраны! Ул мине ҡайҙа килтереп еткерҙе? *** полкына һәм ҡырғыҙ-ҡайсаҡ2 далалары сигендәге алыҫ бер крепоскә... Андрей Карловичтә, уның ҡарт адъютанты менән бергә өсәүләп, төшкө аш ашаныҡ. Уның ашап- 1 Б р у д е р (нем ецсә)— туған.

2 Ҡ ы р ғ ы ҙ-ҡ а й с а ҡ д а л а л а р ы — Урал йылғаһынан көнсығышҡа ҡарай ятҡан өлкәне шулай тип йөрөткәндәр. (Хәҙер Ҡ аҙаҡ ССР-ы территорияһы.) Ҡ аҙаҡтарҙы ул саҡта яңылыш шу­ лай исемләгәндәр.

23
Закрыть