— Аҡыл һатмауыңды үтенәм,— тинем мин дядька- ма,— толопто килтер!
. — И раббым! — тип ыңғырашып ҡуйҙы минең Са- вельичем.— Ҡуян толобо яңы тип әйтерлек бит! Бе рәй арыу кешегә булһа бер хәл ине, исмаһам, бер яланғас иҫерек башҡа бит!
Шулай ҙа ҡуян толобо килтерелде. Мужик шунда уҡ уны кейеп ҡарарға тотондо. Ысынлап та, минең өсөн дә инде бәләкәйләнгән был толоп уға тарыр аҡ ине. Шулай ҙа ул нисектер әмәлен тапты һәм, йөйҙәре нән айырып сығарып, толопто кейеп алды. Ептәрҙең шытырҙап өҙөлгәнен ишетеп, Савельич саҡ үкереп илап ебәрмәне. Берәҙәк минең бүләгемдән сиктән тыш ҡәнәғәт ине. Ул мине кибиткаға тиклем оҙатып барҙы һәм башын түбән эйеп: — Рәхмәт, ваше благородие! Иткән яҡшылығығыҙ өсөн һеҙҙе алла бүләкләһен! һеҙҙең мәрхәмәтегеҙҙе ғүмерем буйына онотмам,— тине.
Ул үҙ яғына китте, ә мин, Савельичтең асыуына иғтибар итмәйенсә, артабан киттем, һәм тиҙҙән кисәге буран тураһында ла, юл күрһәтеүсе һәм ҡуян толоп ту раһында ла оноттом.
Ырымбурға барып еткәс, мин туп-тура генерал эр гәһенә инеп күрендем. Ул оҙон буйлы, ләкин инде ҡартлыҡтан арҡаһы бөкөрәйгән кеше ине. Уның оҙон сәстәре бөтөнләй ағарған. Төҫө, уңған иҫке мундире Анна Иоанновна заманындағы һуғышсыны хәтерләтә, ә уның һөйләшеүендә немецсәлек ныҡ һиҙелә ине. Мин уға атайымдың хатын бирҙем. Атайымдың исемен ишеткәс, ул тиҙ генә миңә ҡарап алды: — Боже мой! — тине ул.— Күптән генәме әле Ан дрей Петрович һинең йәштәреңдә генә ине; ә бына хәҙер уның улы ниндәй! Ах, фремя!
Ул хатты асты ла, үҙенең уй-фекерҙәрен дә ҡыҫты ра барып, аҡрын ғына уҡьгй башланы: «Хөрмәтле Ан дрей Карлович янаптары, өмөт итәм ки, ваше превос ходительство»... Был ниндәй серемония? Фуй, нисек оят түгел уға! Әлбиттә: дисциплина беренсе сиратта, ләкин иҫке камрадҡа 1 шулай яҙалармы ни?., «ваше 1 К а м р а д (немецсә) — иптәш.
22