Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 21.

Иртәһенә шаҡтай һуң уянып, бурандың баҫылғанын күрҙем. Ҡояш көлөп ҡарай. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ даланы күҙ сағылдырғыс япмалай ҡар ҡаплаған. Аттар егел­ гәйне. Мин хужаға аҡса түләнем, ул беҙҙән уртаса ғына хаҡ алды, хатта Савельич тә уның менән бәхәс­ ләшмәне һәм ғәҙәтенсә һатыулашып торманы. Кисәге шикләнеүҙәр уның башынан бөтөнләй сыҡҡайны. Юл күрһәтеүсене саҡырып алып, уға беҙгә ярҙам иткән өсөн рәхмәт әйттем һәм Савельичкә араҡыға тип уға илле тин бирергә ҡуштым. Савельич сырайын һытты. «Араҡыға илле тин! — тине ул.— Ул ни өсөн? Уны са­ наға ултыртып юлаусылар йортона алып килергә рөх­ сәт иткәнең өсөнмө? Ихтыярың, сударь: артыҡ илле тинебеҙ юҡ беҙҙең. Теләһә кемгә араҡыға бирә баш­ лаһаң, тиҙҙән үҙеңә лә асығырға тура килер». Савель­ ич менән мин бәхәсләшә алманым. Вәғәҙәм буйынса, аҡса тулыһынса уның ҡарамағында ине. Шулай ҙа, бәләнән булмағанда ла, иң кәме — мине бик уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарған кешегә яҡшылыҡ итә алмауым кәйе­ фемде ебәрҙе. «Яҡшы,— тинем мин һалҡын ҡан ме­ нән, әгәр һин илле тин бирергә теләмәйһең икән, ул сағында минең кейем-һалымдан ни ҙә булһа берәй нәмә алып бир. Ул бик еңелсә кейенгән. Минең ҡуян толобомдо бир уға».

— Ни ҡыланыуың был, атаҡайым Петр Андреич! — тине Савельич.— һинең ҡуян толобоң уға ниңә кәрәк? Ул уны, эттән яралған бәндә, беренсе ҡабаҡта уҡ һа­ тып эсер бит.

— Уныһы, ҡартлас,— тине минең берәҙәгем,— һа­ тып әсәмме, юҡмы, һинең эшең түгел. Его благородие үҙ өҫтөнән һалып миңә тун бүләк итә: быға уның үҙ ихтыяры бар, ә һин холоптың эше — бәхәсләшмәй ге­ нә уның һүҙен тыңлау.

— Алланан ҡурҡмайһың һин, юлбаҫар! — тине уға Савельич, асыулы тауыш менән.— Күреп тораһың, ба­ ла уйлап еткермәй әле, ә һин, уның бер ҡатлылығынан файҙаланып, уны таларға әҙер тораһың. Бариндең бәләкәй генә толобо һиңә ниңә кәрәк? һин үҙеңдең ләғнәт төшкән киң яурыныңа уны кейә лә алмаҫ­ һың.

21
Закрыть