Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 20.

— Әһә,— тине,— һин тағы беҙҙең яҡта икәнһең! Ҡайҙан ел ташланы?» Минең юл күрһәтеүсем мәғәнә­ ле итеп кенә күҙ ҡыҫты һәм халҡ һүҙе менән яуап бирҙе: — Баҡсала осоп йөрөнөм, орлоҡ сүпләнем; әбей миңә таш ырғытҡайны ла — теймәне, йә, һеҙҙекеләр ни хәлдә?

— Беҙҙекеләр ни! — тине хужа, кинәйә менән алып барылған әңгәмәне дауам итеп.— Киске ғибәҙәткә ҡыңғырау ҡаға башлағайнылар ҙа, поп бисәһе рөхсәт итмәне: поп үҙе ҡунаҡта, ә ендәре зыяратта.

— Өндәшмә, ағай,— тине минең берәҙәғем,— ям­ ғыры булғас, бәшмәктәр ҙә булыр, ә бәшмәктәр булһа, әрйәләре лә булыр. Ә хәҙергә (шул саҡ ул тағы бер тапҡыр күҙ ҡыҫып алды) балтаңды артыңа йәшер: ур­ ман ҡараусы йөрөй. Ваше благородие! һеҙҙең һаулы­ ғығыҙға!

Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, ул стаканды ҡулына алып, суҡынды ла, бер тында эсеп ебәрҙе. Унан һуң миңә ба­ шын эйҙе лә, һәндерәгә-менеп китте.

Был ҡараҡтар теле менән һөйләшелгән һүҙҙәрҙән мин ул саҡта бер ни ҙә аңлай алмағайным; ләкин һу­ ңынан инде төшөндөм: һүҙ 1772 йылғы бунттан1 һуң ул ваҡытта яңы ғына тынысландырылған Яйыҡ ғәскә­ ренең хәле тураһында барған икән. Савельич уларҙың һөйләшеүҙәрен ҙур ризаһыҙлыҡ менән тыңлап ултыр­ ҙы. Ул әле хужаға, әле юл күрһәтеүсегә шикләнеп ҡараштырғылап алды. Юлаусылар йорто, йәки, ул яҡ­ та әйтелгәнсә, умёт бер ситтә, далала, бөтә ауылдар­ ҙан алыҫта урынлашҡан, һәм юлбаҫарҙар ояһына бик оҡшағайны. Ләкин бер ни эшләр хәл юҡ. Юлға сығып китеү тураһында уйларға ла ярамай. Савельичтең борсолоуы миңә мәрәкә тойолдо. Шулай ҙа мин, йоҡ­ ларға йыйынып, урын йәйҙем һәм яттым. Савельич мейес башында ятырға булды; хужа иҙәнгә ятты. Тиҙ­ ҙән бөтә өй эсе ғырылдау менән тулды; мин дә үлгән кеше һымаҡ йоҡлап киткәнмен.

1 1772 й ы л ғ ы б у н т — казактарҙың баш күтәреүҙәре. Был баш күтәреү ваҡытында хөкүмәт отряде ҡырып бөтөрөлә. Баш күтәреү Екатерина II хөкүмәте тарафынан ҡаты рәүештә баҫ­ тырыла.

20
Закрыть