Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 19.

Хужа алтмыш йәштәр самаһындағы Яйыҡ казагы 1 булып сыҡты; ул әле ҡа^ар күҙгә ныҡ һәм таҙа күренә ине. Савельич минең артымдан кескәй һандыҡты алып инде, сәй әҙерләү өсөн, ут һораны. Сәй бер ваҡытта ла миңә әлеге һымаҡ кәрәк булғаны юҡ ине һымаҡ. Хужа самауыр ҡуйырға сығып китте.

— Юл күрһәтеүсе ҡ ай ҙа?— тип һораным мин Са- вельичтән.

— Мин бында, ваше благородие,— тине юғарынан бер тауыш. Мин һәндерәгә ҡараным һәм ҡара һаҡал менән ялтырап торған ике күҙ күрҙем. «Нисек, туған, тундыңмы?» — «Бер алама сәкмән менән генә туңмау ҡайҙа инде ул! Толобом бар ине лә, гөнаһты ниңә йә­ шереп торорға, кисә целовальниккә2 закладка һалып киттем: һыуыҡ ҡаты булмаҫ кеүек ине».

Шул саҡ хужа ҡайнаған самауыр күтәреп инде; мин юл күрһәтеүсене үҙебеҙ менән бергә сәй эсергә саҡырҙым; мужик һәндерәнән төштө. Уның тышҡы ҡиәфәте мөһабәт булып күренде: ул ҡырҡ йәштәрҙә, урта буйлы, ҡаҡса тәнле һәм киң яурынлы кеше ине. Уның ҡара һаҡалында а ҡ ‘бөртөктәр күренгеләй; ҙур теремек күҙҙәре уйнап тора. йөҙө ярайһы уҡ яғымлы, ләкин хәйләкәрлек белдереп тора. Сәсе түңәрәкләп ҡырҡылған; өҫтөндә йыртыҡ сәкмән менән татар сал­ бары. Мин уға бер сынаяҡ сәй бирҙем; ул ауыҙ итте лә, сырайын һытты: «Ваше благородие, миңә шундай бер яҡшылыҡ күрһәтегеҙ,— бер стакан араҡы бирергә ҡушығыҙ; сәй беҙҙең казак эсемлеге түгел»,— тине. Мин уның теләген һис бер һүҙһеҙ үтәнем. Хужа, сте­ налағы шкафтан штоф3 менән стакан алып, уның эргәһенә килде һәм, йөҙөнә ҡарап: 1 Я й ы ҡ к а з а к т а р ы — Яйыҡ йылғаһы буйында йәшәгән казактар. Пугачев баш күтәреүенән һуң йылғаның исеме Урал исеменә алыштырылған. Яйыҡ казактары айырым ғәскәри ойош­ ма тәшкил иткәндәр. Екатерина II уларҙы Россияға ҡушылған башҡорт һәм ҡаҙаҡ ерҙәрен һаҡлау өсөн файҙаланған.

2 Ц е л о в а л ь н и к — ул саҡта государство ҡарамағында булған араҡы кибеттәрендәге һатыусы. Араҡы һатыусылар хеҙ­ мәткә ингән саҡта «тәре үбеп» ант иткәндәр. Целовальник һүҙе шул тәре үбеп ант итеүҙән килеп сыҡҡан.

3 Ш т о ф — шыйыҡлыҡ үлсәүе: 0,1 силәк, йәки 1,54 литр. Шул үлсәүҙәге шыйыҡлыҡты эсенә һыйҙыра торған бутылканы ла шулай уҡ штоф тип атағандар.

2 * ' 19
Закрыть