да ҡаршылай. «Аҡрыныраҡ,— ти ул миңә,— атайың үлем хәлендә ауырып ята һәм һинең менән бәхиллә шергә теләй». Ҡурҡыу баҫҡан хәлдә, мин уның арты нан йоҡо бүлмәһенә инәм. Күрәм, бүлмә һүрән генә яҡтыртылған; атайым ятҡан урын эргәһендә ҡайғылы йөҙлө кешеләр баҫып тора. Мин аҡрын ғына уның яны на киләм; әсәйем шаршауҙы күтәреп: «Андрей Петро вич, Петруша ҡайтты, ул һинең ауырығанды белеп, кире боролоп ҡайтҡан: уға хәйер-фәтихәңде бир»,— ти. Мин теҙләндем һәм күҙҙәремде ауырыуға текәнем. Ни күрәйем?.. Атайым урынына ҡара һаҡаллы бер мужик миңә йылмайып ҡарап ята. Мин, аптырап, әсә йемә боролоп ҡараным һәм уға: «Был ни тигән һүҙ? Атайым түгел бит был? Ни эшләп мин мужиктән хә- йер-фәтихә һорайым?» — тинем.— «Барыбер, Петру ша,— тине миңә әсәйем,— ул һинең атайың урынына ҡалған кеше, уның ҡулын үп, ул һиңә хәйер-фәтихәһен - бирһен...» Мин риза булманым. Шул саҡта мужик;, урынынан һикереп тороп, биленән балтаһын алды ла ян-яғына һелтәнә башланы. Мин ҡасырға теләнем... ләкин ҡаса алманым; бүлмә үлек кәүҙәләр менән тул- . ды; аяҡтарым кәүҙәләргә һөрөнөп абына һәм иҙәндә йыйылып торған ҡанда тая... Ҡот осҡос мужик: «Ҡурҡма, яҡын кил миңә һәм хәйер-фәтихәмде ал...»— тип миңә иркәләү һүҙҙ|әре әйтә ине... Минең ҡотом осто һәм аптырап ҡалдым... һәм тап шул минутта уянып киттем; аттар туҡтағайнылар; Савельич: «Сыҡ, су дарь, килеп еттек», — тип минең ҡулымдан тарта ине. Күҙҙәремде ыуа-ыуа: — «Ҡайҙа килеп еттек?» — тип һораным мин.
— Юлаусылар йортона. Аллаһы тәғәлә ярҙам ит те, ҡоймаға уҡ килеп төртөлдөк. Тиҙерәк сыҡ та, су дарь, йылын.
Мин кибитканан төштөм. Буран, аҙыраҡ баҫыла төшһә лә, һаман дауам итә ине әле. Күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы. Хужа, фонарен итәге менән ҡаплап тотҡан килеш, беҙҙе ҡапҡа төбөндә ҡаршы ал ды, һәм мине ҡыҫырыҡ, шулай ҙа яҡшы уҡ таҙа аҡ өйгә алып инде; өй эсе янып торған сыра менән яҡ тыртылған. Стенала винтовка менән оҙон казак бүрке эленеп тора.
18