— Ә ниңә миңә уңға барырға? — тип һораны ям щик ризаһыҙлыҡ күрһәтеп.— һин ҡайҙа юл күрәһең? Ат кешенеке, ҡамыт та минеке түгел, ҡыуалаһын әйҙә, ти торғанһыңдыр.
Миңә ямщик хаҡлы кеүек күренде.
— Ысынлап та,— тинем мин,— ни өсөн һин, ауыл алыҫ түгел, тип уйлайһың?
— Ел шул яҡтан иҫкәнгә күрә,— тине юлсы,— мин төтөн еҫе килгәнен һиҙҙем; тимәк, ауыл алыҫ түгел.
Уның зирәклеге һәм еҫте шулай тиҙ тойоуы мине бик ғәжәпләндерҙе. Ямщиккә ҡуҙғалып китергә ҡуш тым. Тәрән ҡар ярып аттар ауыр-ауыр ғына атлап баралар. Кибитка әле көрткә сума, әле соҡорға ба рып төшә, бер яҡтан икенсе яҡҡа янтайып әкрен генә бара. Уның барышы дауыллы диңгеҙ өҫтөндә кәмә йөҙәүенә оҡшай. Савельич, минут һайын минең ҡа- ^Зырғама бәрелеп, ах-ух итеп ала. Мин септә балаҫты -^төшөрҙөм дә, тунға уранып ултырҙым. Буран һыҙғы- I Ир ыуы аҫтында һәм әкрен генә ауа-түнә барыуға ойоп, Шйоҡомһорап киттем.
^ Мин төш күрҙем һәм уны ғүмер буйына ла онота /Налманым; тормошомдоң ғәжәп хәлдәрен уның менән Ifl бәйләп уйлап ҡараһам, мин ул төштә әлегә тиклем ** ниндәйҙер алдан хәбәр биреү һымағыраҡ бер хикмәт күрәм. Уҡыусым мине ғәфү итер: сөнки, хөрәфәттәргә булған бөтә ерәнеүенә ҡарамаҫтан, кешенең шомла ныуға, юҡ-барҙарға бирелеүсәнлеген үҙ тәжрибәһе бу йынса белә торғандыр.
Минең күңелем, тойғоларым шундай бер хәлдә ине: бындай саҡта тәбиғи нәмәләр, хыялдарға урын биреп, өн менән төш араһындағы асыҡ булмаған кү ләгәләргә аралашып, хыялдар менән ҡушылып китә. Буран әле ҡоторона, ә беҙ һаман да ҡарлы далала аҙашып йөрөйбөҙ һымаҡ тойолдо миңә... Ҡапыл мин бер ҡапҡа күрҙем һәм үҙ йортобоҙҙоң ихатаһына ба рып индем. Минең беренсе уйым, атай-әсәй өйөнә ирк- һеҙ боролоп ҡайтҡан өсөн, атайым миңә асыуланмаһа ярар ине һәм быны, белә тороп һүҙ тыңламау, тип һа намаһа ярар ине, тип ҡурҡыуға төшөү булды. Тыныс һыҙланып кибитканан һикереп төштөм һәм күрәм: әсәйем мине тәрән хәсрәтле төҫ менән баҫҡыс алдын- 2 Капитан кыҙы 17