лайһы ине; буран баҫылыр, унан һуң ары китер инек. Ҡайҙа ашығабыҙ һуң? Берәй туйға булһа бер хәл ине.
Савельич хаҡлы ине. Әммә хәҙер бер ни ҙә эшләр хәл юҡ. Ҡар туҡтауһыҙ яуа. Кибитка тирәһендә көрт өйөлөп килә. Аттар, баштарын эйеп һәм һирәк-һаяҡ һелкенгеләп алып, тик торалар. Ямщик, эш юҡлыҡтан, аттарҙың ҡамыт һәм ыңғырсаҡтарын рәтләштереп, сана тирәһендә әйләнгеләп йөрөй. Савельич һуҡрана; берәй ауыл-фәлән йәки юл билдәләре күрмәмме тигән уй менән, мин тирә-яҡҡа ҡаранам, ләкин бөтөрөлөп уйнаған тоноҡ ҡар өйөрмәһенән башҡа бер нәмәне лә айыра алманым... Ҡапыл ниндәйҙер бер ҡара нәмә күреп ҡалдым. «Әй, ямщик! — тип ҡысҡырып ебәрҙем мин,— ҡара әле: ана тегендә нәмә ҡарайып күренә?» Ямщик текләп ҡарай башланы. «Алла белһен, барин,— тине ул, урынына ултырып: — йөк тиһәң йөк түгел, ағас тиһәң ағас та түгел, ә үҙе ҡыймылдаған һымаҡ, й ә бүре, йә кеше булырға тейеш».
Мин билдәһеҙ нәмәгә ҡарай барырға ҡуштым. Ул шунда уҡ беҙгә табан килә башланы. Ике минуттан беҙ бер кеше янына килеп еттек, «һәй, мәрхәмәтле кеше!» — тип ҡысҡырҙы ямщик.— Әйтсе, юл ҡайҙа, белмәйһеңме?».
— Юл бында ла ул; мин ҡатыла баҫып торам,— тине юлсы,— ләкин унан ни мәғәнә?
— Тыңла әле, мужичок,— тинем мин уға,— һин был яҡты беләһеңме? Мине берәй ҡунып сығырлыҡ урынға илтеп еткерә алмаҫһыңмы?
— Был яҡ миңә таныш,—-тип яуап бирҙе юлсы,— аллаға шөкөр, арҡырыһына ла, буйына ла йөрөлгән. Ләкин күрәһеңме, һауа ниндәй: аҙашып китерең бар. Ошонда туҡтап, көтөп тороу яҡшыраҡ булыр, бәлки, буран баҫылып китер ҙә көн аяҙыр: ул саҡта юлды йондоҙҙарға ҡарап табырбыҙ.
Уның һалҡын ҡанлылығы минең күңелде күтәрҙе. Мин инде, аллаға тапшырып, дала уртаһында ҡуныр ға ла булғайным, ләкин юлсы ҡапыл тиҙ генә кузлаға менеп ултырҙы ла, ямщиккә: — Ярай, аллаға шөкөр, ауыл алыҫ түгел икән; уңға борол да, атыңды туп-тура алға ҡарай ҡыу,— тине.
16