— Булһа ни, унан ни зыян?
— Ә алда, күрәһеңме, нәмә? (Ямщик сыбыртҡыһы менән көнсығышҡа күрһәтте.) — Аҡ дала менән асыҡ күктән башҡа, мин бер ни ҙә күрмәйем.
— Ана — ана: теге бәләкәй болотто.
Ысынлап та мин күк ситендә аҡ болот киҫәген күр ҙем, тәүҙә мин уны алыҫтағы бер ҡалҡыулыҡтыр тип уйлағайным. Ямщик миңә, ул буран буласағын бел дерә, тип аңлатты.
Был яҡтағы бурандар тураһында ишеткәнем бар ине һәм уларҙың тотош ылауҙарҙы күмеп киткән саҡ тары булғылағанын белә инем. Савельич, ямщик фе кере менән ризалашып, миңә боролорға кәңәш бирҙе. Ләкин ел миңә көслө түгел һымаҡ күренде; мин, ал дағы станцияға ваҡытында барып етеп булыр тип өмөтләнеп, тиҙерәк барырға ҡуштым.
Ямщик аттарын шәберәк ҡыуа башланы; ләкин әле нән-әле көнсығыш яҡҡа ҡарана ине. Аттар күндәм юрттылар. Ләкин ел көсәйгәндән-көсәйҙе. Бәләкәй бо лот ҙур аҡ болотҡа әйләнде, ул һалмаҡ күтәрелә, үҫә барҙы һәм аҡрынлап бөтә күк йөҙөн ҡаплап алды. Тәүге ваҡ ҡар яуа башланы — һәм ҡапыл ябалаҡлап ҡойорға тотондо. Ел олоно; буран ҡупты. Күҙ асып йомор ваҡыт эсендә ҡараңғы күк йөҙө ҡар диңгеҙе ме нән ҡушылды. Бөтә нәмә күҙ алдынан юғалды. «Ну, барин,— тип ҡысҡырҙы ямщик,— бәлә: буран!..» Кибитканан башымды сығарып ҡараным: бөтә донъя дөм-ҡараңғы һәм ҡар өйөрмәһе менән ҡаплан ғайны. Ел шундай ҡотороноп үкерә, әйтерһең ул йән- ләнгән; ҡар мине лә, Савельичте лә күмеп бара; аттар атлап ҡына баралар — һәм оҙаҡламай бөтөнләй туҡ танылар.
«Ниңә туҡталдың әле?» — тип һораным мин ямщик- тән түҙемһеҙлек менән. «Барып та ни? — тине ул са нанан төшөп,— былай ҙа әллә ҡайҙа килеп сыҡҡан быҙ: юл юҡ, тирә-яҡ дөм-ҡараңғы». Мин уны әрләй башлағайным, Савельич яҡланы.
— Кеше әйткәнде үҙең тыңламаның бит,— тине ул асыулы ғына итеп.— Юлаусылар йортона боролоп ҡайтаһы ла, сәй әсәһе, таңға тиклем рәхәтләнеп йоҡ 15