Мин ағарынған һәм ҡалтыранған Марья Ивановнаны улар янына алып килдем. Беҙгә хәйер-фатиха * бирҙеләр... Үҙемде нисек хис итеүемде яҙып тормайым. Минең хәлемдә булған кеше, уны былай ҙа аңлар, — был хәлдә булмаған кеше бар икән, мин инде уны ҡыҙғанам ғына һәм әле ваҡыт уҙғансы, ғашик булырға, һәм ата- әсәһенең хәйер-фатихаһын алырға кәңәш бирәм.
Икенсе көндө полк йыйылды. Гринев беҙҙең семья менән һаубуллашты, һуғыш хәрәкәттәренең тиҙҙән туҡталасағына беҙ бөтәбеҙ ҙә ышана инек; бер ай үтеүгә, мин Марья Ивановнаның ире булырға өмөт итә инем. һаубуллашҡанда, ул мине бөтә кеше алдында үпте. Мин атҡа атландым. Савельич тағы ла минең арттан эйәрҙе һәм полк сығып китте.
Тағы ташлап китергә тура килгән өйгә алыҫтан оҙаҡ ҡарап торҙом. Күңелһеҙ алдан һиҙенеүҙәр борсой ине. Кемдер миңә, әле үҙең күрәсәк бәхетһеҙлектәр бөтмәгән, тип шыбырҙай һы маҡ. Йөрәк яңы дауыл булырын һиҙенде.
Походыбыҙҙы һәм Пугачев һуғышының тамамланыуын та- суирләп тормайым. Беҙ Пугачев тарафынан туҙҙырылған ауылдар аша үттек, уларҙың юлбаҫарҙар алмай ҡалдырған нәмәләрен иркһеҙҙән тартып алдыҡ.
Улар кемгә буйһонорға ла белмәйҙәр ине. Идара итеү эше һәр урында туҡталған. Помещиктәр урмандарға йәшеренгәндәр. Юлбаҫар шайкалар бөтә урындарҙа яуызлыҡ итәләр. Ул саҡта инде Әстрханға ҡасып бара торған Пугачевты ҡыуыр өсөн ебәрелгән айырым отрядтәрҙең начальниктәре үҙ белдектәре менән ғәйеплеләрҙе лә, ғәйепһеҙҙәрҙе лә язалайҙар ине... Янғын ҡоторонған бөтә крайҙағы хәл ҡот осорлоҡ ине. Мәғәнәһеҙ һәм аяуһыҙ рус фетнәһен хоҙай күрһәтмәһен. Беҙҙә мөмкин булмаған перевороттар яһарға уйлаусылар — йә бик йәш һәм беҙҙең халҡты белмәйҙәр, йәки инде кеше башын ярты тингә һәм үҙ баштарын да бер тингә генә иҫәпләүсе ҡаты бәғерле кешеләр улар.
Ив. Ив. Михельсон тарафынан эҙәрләнгән Пугачев ҡасып барыуында дауам итте. Тиҙҙән беҙ уның бөтөнләй ҡыйратылыуын ишеттек. Ахырҙа, Гринев үҙенең генералынан, самозванецтең тотолоуы тураһында хәбәр менән бергә, туҡтарға ҡушылған бойо роҡ та алды. Ниһайәт, миңә өйгә ҡайтырға мөмкин булды. Мин бик шатландым, ләкин минең шатлығымды ғәжәп бер тойғо һа ман да күләгәләй ине.