Кис менән беҙ ҡунаҡ бүлмәһендә самауыр янына йыйылып, үтеп киткән ҡурҡыныс тураһында күңелле генә итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Марья Ивановна сәй яһаны, мин уның янында ултыр ҙым, тик уның менәнчгенә мәшғүл булдым. Атайым менән әсәйем беҙҙең наҙлы мөнәсәбәттәребеҙгә яҡшы ҡарайҙар һымаҡ ине. Был кис әлегә тиклем минең хәтеремдә һаҡлана. Мин бәхетле, бөтөн ләй бәхетле инем, ә кешенең меҫкен ғүмерендә бындай минуттар күпме генә һуң?
Икенсе көндө атайыма, крәҫтиәндәр, эшләгән эштәренә үке< неп, баш эйеп килделәр, тип әйттеләр. Атайым улар янына кү тәрмәгә сыҡты. Ул күренеү менән мужиктәр ергә теҙләнделәр.
— Йә, ни хәл, алйоттар, — тине ул мужиктәргә, — һеҙ ниңә фетнә күтәрергә уйланығыҙ?
— Ғәйеп беҙҙә, атаҡайыбыҙ, — тинеләр улар бер тауыштан.
— Ғәйеплеһегеҙ шул. Ш аяралар ҙа, һуңынан үҙҙәре лә риза түгел. Хоҙай тәғәләнең улым Петр Андреич менән күрешергә насип итеүе шатлығынан һеҙҙе ғәфү итәм. Йә, ярай: эйелгән баш ты ҡылыс киҫмәй.
— Ғәйеплебеҙ, әлбиттә, ғәйеплебеҙ.
— Хоҙай аяҙ көндәр бирҙе, бесән ваҡыты еткән, ә һеҙ, алйот тар, тотош өс көн буйына нәмә эшләнегеҙ? Староста! Бер кемде лә ҡалдырмай бесән сабырға ебәр: ҡара уны, ерән шайтан, Ильин көнөнә бөтә бесән күбәләнгән булһын. Бар китегеҙ!
Мужиктәр баштарын эйҙеләр һәм бер нәмә лә булмаған һы маҡ барщинаға 1 киттеләр.
Швабриндең яраһы уны үлтерерлек түгел ине. Уны конвой менән Ҡ аҙанға ебәрҙеләр. Уны нисек арбаға һалғандарын тәҙрә нән күрҙем. Беҙҙең ҡараштарыбыҙ осрашты, ул башын түбән эйҙе, ә мин ашығып тәҙрә янынан киттем. Дошманымдың бәхет һеҙлегенә һәм кәмһетелеүенә шатланған ҡиәфәттә күренергә те ләмәнем.
Гринев ары китергә тейеш ине. Өйҙә, семьям янында тағы бер нисә көн торорға теләгем булһа ла, мин уның менән китергә ҡарар бирҙем. Иртәгә походҡа сығабыҙ тигән көндө мин атайым менән әсәйем янына килдем һәм, ул замандағы йола буйынса, Марья Ивановна менән никахлашырға уларҙың хәйер-фатихаһын һорап, аяҡтарына башымды орҙом. Ҡ арттар мине күтәреп торғоҙ- ҙолар һәм шатлыҡлы күҙ йәштәре менән ризалыҡтарын әйттеләр.
1 Б а р щ и н а — крепостной крәҫтиәндәрҙең помещиктәргә мәжбүри рәүештә эш эшләүе.
140