— Был кем? — тип һораны ул, яралыға ҡарап.
— Был шайка башлығы үҙе, начальниге,— тине атайым, үҙе нең ҡарт һуғышсы икәнен күрһәтеп торған бер ни тиклем ғо рурлыҡ менән.— Хоҙай минең ҡартайған ҡулыма йәш яуызды язаларға һәм улымдың түгелгән ҡаны өсөн үс алырға ярҙам итте.
— Был Швабрин,— тинем мин Гриневҡа.
— Швабрин! Бик шатмын. Гусарҙар! Алығыҙ шуны! Беҙҙең дауалаусыға әйтегеҙ: уның яраһын бәйләһен һәм уны күҙ ҡара- һылай һаҡлаһын. Швабринде мотлаҡ Ҡазандағы йәшерен ко миссияға илтеп тапшырырға кәрәк. Ул баш енәйәтселәрҙең бере һе, уның яуаптары әһәмиәтле булырға тейеш.
Швабрин хәлһеҙләнгән күҙҙәрен асты. Уның й ө ҙ ө н д ә физик яфаланыу билдәләренән башҡа бер ни ҙә юҡ ине. Гусарҙар уны плащҡа һалып алып киттеләр.
Беҙ өйгә индек. Үҙемдең бала сағымды хәтерләп, тирә-яғыма тулҡынланып ҡараным. Өйҙә бер нәмә лә үҙгәрмәгән, бөтә нәмә лә элеккесә үҙ урынында ине. Швабрин, үҙенең түбәнлеккә тө- шөүенә лә ҡарамаҫтан, хурлыҡлы ҡомһоҙлоҡҡа үҙенең иркһеҙ- ҙән ерәнеп ҡарауын һаҡлап,— беҙҙең өйҙө таларға ирк бирмә гәйне. Алғы бүлмәгә хеҙмәтселәр килеп инделәр. Улар фетнәлә ҡатнашмағайнылар, һәм беҙҙең ҡотолоуыбыҙға ысын күңелдән шатландылар. Савельич тантана итте. Шуны ла әйтеп үтергә кә рәк: юлбаҫарҙар һөжүм башлаған саҡтағы шау-шыуҙан файҙа ланып ул ат аҙбарына югереп барған, Швабриндең шунда торған атын тотоп эйәрләгән, әкрен генә уны аҙбарҙан алып сығып уға атланған һәм, буталыш ҡыҙғанда, һиҙҙермәйенсә генә атын сап тырып, кисеүгә киткән. Полкты ул Волганың был яҡ ярында ял иткән хәлдә осратҡан. Савельичтән беҙҙең ҡурҡыныс аҫтында ҡалыуыбыҙ тураһында ишеткәс, Гринев һалдаттарына аттарына атланырға ҡушҡан, ат һикертеп сабырға команда биргән,— һәм, дллаға шөкөр, үҙ ваҡытында килеп еткән.
Гринев үҙ һүҙен һүҙ итте: земскийҙең башын ҡолғаға ҡаҙатып бер нисә сәғәткә ҡабаҡ эргәһенә ҡуйҙыртты.
Гусарҙар, бер нисә кешене пленгә алып, фетнәселәрҙе ҡыуыу ҙан боролоп ҡайттылар. Пленныйҙарҙы әлеге беҙ бикләнгән һәм онотолмаҫлыҡ ҡамалыуға ҡаршы торған анбарға яптылар.
Беҙ һәр ҡайһыбыҙ үҙ бүлмәләребеҙгә таралыштыҡ. Ҡ арттар ға ял итергә кәрәк ине. Мин, төн буйына йоҡламағанлыҡтан, урынға ятыу менән бик ҡаты йоҡоға киттем. Гринев бойороҡтар бирергә сығып китте.
139