— Бирелмәйбеҙ, ҡәбәхәт! — тип яуап ҡайтарҙы.
Уның йыйырсыҡланған йөҙөнә ғәжәп ғәйрәтлелек сыҡҡан һәм сал ҡаштары аҫтынан күҙҙәре асыулы йылтырай ине. Ул, ми ңә мөрәжәғәт итеп: «Хәҙер ваҡыт!» — тине.
Ул ишекте асты. Ут эскә бөркөлдө һәм ҡоро мүк ҡыҫтырылған бүрәнәләр буйлап үрмәләне. Атайым пистолеттән атты ла: «Бө- тәгеҙ ҙә минең артымдан»,— тип ҡысҡырып, ялҡынланып янған тупһа аша атланы, Әсәйем менән Марья Ивановнаның ҡулдары нан тотоп, мин уларҙы йылдам ғына һауаға алып сыҡтым. Ата йымдың көсһөҙ ҡулы менән атылған Швабрин тупһа янында ята ине; беҙҙең көтмәгәндә килеп сығыуыбыҙҙан ҡурҡып ҡасҡан юлбаҫарҙар төркөмө, шунда уҡ батырланып китеп, беҙҙе ҡамай башланы. Мин тағы бер нисә тапҡыр һуғып өлгөрҙөм, ләкин төбәп ырғытылған кирбес, туп-тура күкрәгемә килеп тейҙе. Мин йығылдым һәм шунда уҡ һуштан яҙҙым, һушыма килгәс, ҡанға буялған үлән өҫтөндә ултырған Швабринде һәм уның алдында баҫып торған үҙебеҙҙең бөтә семьяны күрҙем. Мине ҡултыҡлап тотоп торалар. Крәҫтиәндәр, казактар һәм башҡорттар төркөмө беҙҙе әйләндерел алған. Швабриндең йөҙө ҡыуарған; бер ҡулы менән ул яраланған иңбашын ҡыҫып тотҡан; йөҙөнә яфаланыу һәм уҫаллыҡ сыҡҡан. Ул әкрен генә башын күтәрҙе һәм зәғиф, ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән: — Аҫырға уны... бөтәһен дә... ҡыҙҙан башҡаһын...— тине.
Яуыздар беҙҙе шунда уҡ уратып алдылар ҙа шаулашып ҡап ҡаға табан һөйрәп алып киттеләр. Ләкин ҡапыл улар, беҙҙе ташлап, югерешеп төрлөһө төрлө яҡҡа ҡасып киттеләр; ҡапҡа- гнан Гринев һәм уның артынан яланғас ҡылыслы бер эскадрон килеп керҙе.
Фетнәселәр төрлөһө төрлө яҡҡа һибелделәр; гусарҙар уларҙы эҙәрләйҙәр, ҡылыс менән сабалар һәм пленгә алалар ине. Гри нев атынан һикереп төштө, атайым менән әсәйем алдында башын эйҙе һәм минең ҡулымды ҡаты итеп ҡыҫты. «Ярай әле, ваҡы тында килеп өлгөргәнмен икән,— тине ул беҙгә.— Ә! һөйөклөң дә бында икән». Марья Ивановна ҡолаҡтарына тиклем ҡыҙарынды. Атайым Гринев янына килеп, тулҡынланған булһа ла, тыныс төҫ менән уға рәхмәт әйтте. Әсәйем, ҡотҡарыусы фәрештә тип, уны жосаҡлап алды. «Беҙгә рәхим итегеҙ»,— тине уға атайым һәм уны өйөбөҙгә алып китте.
Швабрин эргәһенән үтеп барышлай, Гринев туҡталды.
1 38