Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 137.

түгел, бәлки яңылышыу, ҡапыл иҫереп китеү генә ине. Тимәк,, әсәйем менән атайымдың ҡотолоуы мөмкин. Ләкин Марья И ва­ новна? Аҙғын һәм выжданһыҙ кеше уға ниндәй яҙмыш әҙерләй ине! Мин был ҡот осҡос фекерҙә туҡталырға баҙнат итмәнем һәм, икенсе тапҡыр уның аяуһыҙ дошман ҡулында булыуын кү­ реүгә ҡарағанда, алла ғәфү итһен, уны үлтерергә әҙер инем мин.

Тағы бер сәғәт самаһы ваҡыт үтеп китте. Ауылда иҫеректәр­ ҙең йырҙары ишетелә башланы. Беҙҙе ҡарауыллаусылар уларға көнләшеп ҡарайҙар һәм, беҙгә асыуҙары килеп, һүгенәләр, беҙҙе язалау һәм үлтереү менән ҡурҡыталар ине. Беҙ Швабриндең ҡур- ҡытыуҙарының эҙемтәләрен көтә инек. Ахырҙа йорт ихатаһында ҙур хәрәкәт башланды, һәм беҙ тағы ла Швабриндең тауышын ишеттек.

— Йә, берәй уйға килдегеҙме һеҙ? Үҙ иркегеҙ менән минең ҡулыма биреләһегеҙме?

Уға бер кем дә яуап бирмәне. Бер аҙ көтөп торғандан һуң, Швабрин һалам килтерергә ҡушты. Бер нисә минут үтеүгә ут тоҡанды һәм ҡараңғы анбар эсен яҡтыртты, тупһа ярыҡтарынан төтөн үтеп керә башланы. Шул саҡта Марья Ивановна яныма килде лә, ҡулымды тотоп, әкрен генә: — Етер, Петр Андреич! Минең өсөн үҙегеҙҙе лә һәм атайың менән әсәйеңде лә һәләк итмәгеҙ. Сығарығыҙ мине. Швабрин минең һүҙемде тыңлар,— тине.

— һис кенә лә сығараһым юҡ! — тип ҡысҡырҙым мин ярһыу­ лы рәүештә.— һеҙҙе нәмә көткәнен беләһегеҙме?

— Мыҫҡылланыуҙы күтәрә алмаясаҡмын мин,— тине ул ты­ ныс ҡына.— Әммә үҙемде ҡотҡарыусыны һәм меҫкен мин етемде шундай хуш күңел менән үҙ тәрбиәһенә алған семьяны бәлки, ҡотҡарып ҡалырмын. Хушығыҙ, Андрей Петрович. Хушығыҙ Ав­ дотья Васильевна, һеҙ минең өсөн яҡшылыҡ күрһәтеүселәр генә түгел инегеҙ. Миңә хәйер-фатихағыҙҙы бирегеҙ, һеҙ ҙә, Петр Андреич, ғәфү итегеҙ. Шуға ышанығыҙ... һеҙ...— шул урында ул илап ебәрҙе... һәм йөҙөн ҡулдары менән ҡапланы... Мин аҡыл­ дан яҙған кеше кеүек инем. Әсәйем иланы.

— Юҡты һөйләп торма, Марья Ивановна,— тине атайым.-— һинең бер үҙеңде юлбаҫарҙар араһына кем ебәрһен! Ултыр шун­ да һәм шаулама. Үлһәк, бергә үлербеҙ!

— Тыңла әле, унда тағы нәмәлер әйтәләр?

— Биреләһегеҙме? — тип ҡысҡырҙы Швабрин.— Күрәһегеҙме? Биш минуттан һуң һеҙҙе ҡыуырасаҡтар.

Атайым ҡаты тауыш менән: 137
Закрыть