Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 136.

Мин уның башына ҡылыс менән һуҡтым, һәм ул, ишеккә арҡыры төшөп йығылды. Шул уҡ минутта атайым ишеккә ҡарап писто- леттән атты. Беҙҙе ҡамаған кешеләр төркөмө, ҡарғанып, ситкә ҡасты. Яраланыусыны тупһа аша тартып индереп, мин ишекте эске келә менән бикләп ҡуйҙым. Ишек алдына ҡораллы кешеләр тулғайны. Улар араһынан мин Швабринде таныным.

— Ҡурҡмағыҙ,— тинем мин ҡатын-ҡыҙҙарға,— өмөт бар әле.

Ә һеҙ, атай, башҡа атмағыҙ инде. һуңғы эврядты һаҡлайыҡ.

Әсәйем өндәшмәй генә ғибәҙәт ҡыла; Марья Ивановна, фә- рештәләрсә тыныслыҡ менән яҙмыштарыбыҙҙың хәл ителеүен кө­ төп, әсәйем эргәһендә баҫып тора ине. Ишек артында ҡурҡытыу, һүгенеү һәм ҡарғау тауыштары ишетелә. Мин, ишектән инергә ҡыйыулыҡ иткән беренсе кешене сапҡылап ташларға әҙерләнеп, үҙ урынымда баҫып тора инем. Ҡапыл яуыздар шым булдылар. Швабриндең мине исемләп саҡырған тауышын ишеттем.

— Мин бында, һиңә ни кәрәк?

— Бирел, Буланин* ҡарышып тороу юҡҡа ғына. Ҡарттарың­ ды йәллә! Кирелегең менән үҙеңде ҡотҡара алмаҫһың^ Мин һеҙгә барып етермен.

— Самалап ҡара, хыянатсы!

— Бушҡа ғына үҙем дә башымды тыҡмаясаҡмын, үҙ кешелә­ ремде лә һәләк итмәйәсәкмен. Ә анбарҙы яндырырға ҡушасаҡ­ мын, һәм бына шул саҡта күрербеҙ, ни эшләрһең икән, Белогорск Дон-Кишоты һ Хәҙер төшкө аш ваҡыты. Хәҙергә ултыр һәм ва­ ҡыт бар саҡта уйла. Күрешкәнгә тиклем, Марья Ивановна, алды- ғыҙҙа ғәфү үтенмәйем: һеҙгә үҙегеҙҙең рыцарегеҙ менән бергә ҡараңғыла күңелһеҙ түгелдер.

Швабрин, анбар янында ҡарауыл ҡалдырып, китеп барҙы. Беҙ тынып ҡалдыҡ. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ, үҙенең уйҙарын баш­ ҡаларға әйтергә ҡыймайынса, үҙалдына ғына уйлана ине. Асыу­ лы Швабриндең нәмәләр эшләргә хәленән килеүен күҙ алдыма килтерҙем. Үҙем хаҡында мин ҡайғырмай инем, тиһәң дә ярай. Дөрөҫөн әйтергәме? Атайым менән әсәйемдең яҙмышы ла мине Марья Ивановнаның яҙмышы кеүек үк ҡурҡытмай ине. Крэҫ- тиәндәрҙең һәм йорт хеҙмәтендәге кешеләрҙең әсәйемде бик яратҡанын белә инем, атайымды ла, уның ҡатылығына ҡ ара­ маҫтан, шулай уҡ яраталар ине, сөнки ул ғәҙел кеше һәм ҡуя аҫтындағы кешеләрҙең ысын мохтажлыҡтарын белә ине. Улар­ ҙың фетнәлә ҡатнашыуҙары асыуҙарының тышҡа бәреп сығыуы 1 Дон-К иш от— Дон-Кихот һүҙенең французса яҙылышы.

136
Закрыть