Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 135.

бирешмәй тора ала инем әле. Гринев кискә табан килеп өлгөрөргә һәм беҙҙе ҡотҡарырға тейеш ине. Был хаҡта уларға һөйләп бир­ ҙем һәм әсәйемде тынысландырырға өлгөрҙөм. Улар тулыһынса ҡүрешеү шатлығына бирелделәр.

— Йә, Петр,— тине атайым,— етерлек шаярҙың инде һин, һиңә шаҡтай асыулы ла инем. Әммә иҫкене хәтергә төшөрөүҙең ҡәрәге юҡ. Хәҙер һин төҙәлгәнһеңдер һәм алйотлоғоң бөткәндер, тип өмөт итәм. Беләм, һин, намыҫлы офицергә тейеш булғанса, хеҙмәт иттең. Рәхмәт. Мине, ҡарт кешене, тынысландырҙың. Әгәр бынан да һинең арҡала ҡотолоп ҡалам икән, ул сағында йәшәү миңә икеләтә күңеллерәк булыр.

Мин уның ҡулын күҙ йәштәремде ағыҙа-ағыҙа үптем һәм Марья Ивановнаға ҡараным, ул минең бында булыуыма шундай ныҡ шатланғайны, хатта, бөтөнләй бәхетле һәм тыныс кеүек кү­ ренә ине.

Төш ваҡыты яҡынлашараҡ беҙ ғәҙәттән тыш шау-шыу һәм ҡысҡырыш ишеттек. «Был ни хәл,— тине атайым,— һинең полкоз- ■ нигең килеп еттеме әллә?» — «Мөмкин түгел,— тинем мин.— Ул -әле кисһеҙ килеп етмәҫ». Шау-шыу көсәйгәндән көсәйҙе. Саң ҡағырға тотондолар. Ишек алдында һыбайлылар сабып йөрөй башланы. Шул минутта стеналағы ярыҡтан Савельичтең сал баш ы күренде, һәм минең меҫкен дядькам ҡыҙғаныслы тауыш тиенән: «Андрей Петрович, Авдотья Васильевна, атаҡайым, Петр Андреич, инәкәйем, Марья Ивановна, эштәр харап! Ауылға яуыз­ дар керҙе, һәм, беләһеңме, Петр Андреич, кем уларҙы алып кил­ де? Швабрин, Алексей Иваныч, шайтан алғыры бәндә!» — тине. М арья Ивановна, үҙ дошмандарының исемен ишеткәс, ҡулдарын ҡәйеп ебәрҙе лә ҡатып ҡалды.

— Тыңла әле,— тинем мин Савельичкә,— кемде лә булһа ат­ ҡ а мендереп, * яҡындағы кисеүгә, гусарҙар полкына ҡаршы ебәр; беҙҙең ҡурҡыныс хәлдә ҡалыуыбыҙ тураһында полковниккә әй­ тергә ҡуш.

— Кемде ебәрергә һуң, сударь! Бөтә малайҙар болаға ҡу­ шылдылар, ә аттар бөтәһе лә яуыздар ҡулында! Ай-яй! Бына улар ишек алдына ла килеп керҙеләр — анбарға етеп киләләр.

Шул саҡ ишек янында бер нисә тауыш ишетелде. Мин әсәйем ^менән Марья Ивановнаға мөйөшкә китергә ымланым, ә үҙем ҡы­ лысымды ҡынынан сығарҙым һәм ишек эргәһенә үк килеп стенаға һөйәлдем. Атайым, пистолеттәрҙе алып, икеһенең дә курогын кү­ тәреп атыуға әҙерләне һәм минең яныма килеп баҫты, йоҙаҡ шылтыраны, ишек асылды һәм ишектә земскийҙең башы күренде.

135
Закрыть