Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 134.

рырға баҙнат итә алыуымды һораны. «Андрюша земский ҡайҙа,— тип ҡысҡырҙым мин уға.— Уны хәҙер миңә саҡырып килтерергә».

—Мин үҙем Андрей Афанасьевич, ә Андрюша түгел,— тип яуап бирҙе ул миңә, биленә эре генә таянып.— Нәмә кәрәк?

Яуап урынына мин уның яғаһынан тотоп алдым һәм анбар ңшеге янына һөйрәп килтереп, уны асырға ҡуштым. Земский ҡ а­ рышырға уйлағайны ла, ләкин аталарса язалап алыу уға ла тәьҫир итте. Ул, кеҫәһенән асҡыс алып, анбарҙы асты. Мин туп­ һа аша эскә ташландым һәм түшәмдәге тар ғына ярыҡ аша зәғиф кенә яҡтыртылған ҡараңғы мөйөштә атайым менән әсә- йемде күрҙем. Уларҙың ҡулдары бәйләнгән, аяҡтарына ағас бы­ ғауҙар кейҙерелгәйне. Мин уларҙы ҡосаҡлап алдым, бер һүҙ ҙә әйтәлмәй торҙом. Икеһе лә миңә ғәжәпләнеп ҡаранылар,— өс йыллыҡ хәрби хеҙмәт мине шул тиклем үҙгәрткәйне, улар мине таный алманылар. Әсәйем, аһылдап, илап ебәрҙе.

Ҡапыл мин һөйкөмлө таныш тауыш ишеттем. «Петр Андреич! Был һеҙме?» Мин ҡатып ҡалдым... боролоп ҡараным һәм икенсе мөйөштә, шулай уҡ бәйләнгән, Марья Ивановнаны күрҙем.

Атайым, үҙенә-үҙе ышанырға баҙнат итмәйенсә, миңә өндәш­ мәй ҡарап тора ине. Йөҙөнә шатлыҡ нуры сыҡҡайны. Мин ҡы­ лысым менән уларҙы бәйләгән бауҙарҙың төйөндәрен ҡырҡырға ашыҡтым.

•— һаумы, һаумы, Петруша,— ти ине миңә атайым, мине күк­ рәгенә ҡыҫып,— аллаға шөкөр, һине күрер көнөбөҙ ҙә бар икән...

— Петруша, йөрәккәйем,— тине әсәйем.— Хоҙайҙың рәхмәте .менән нисек ҡайтаһы иттең! Иҫән-Һау ғынамы һуң үҙең?

Мин уларҙы тотҡонлоҡтан алып сығырға ашыҡтым, ләкин, ишек янына килгәс, уның яңынан бикле икәнен күрҙем. «Андрю­ ша, ас!» — тип ҡысҡырҙым.— «Асмай торһон әле,— тип яуап ҡай­ тарҙы земский ишек артынан.— Үҙең дә ултырып ҡара әле шунда. <Бына һине янъял сығарырға һәм батша чиновниктәрен яғаһынан ;һөйрәп йөрөтөргә өйрәтербеҙ әле!» Мин, ниндәй булһа ла сығыу юлын тапмаммы тип, анбарҙы ҡараштыра башланым.

— Мәшәҡәтләнмә,— тине миңә атайым,— ҡараҡтар инерҙәй- сығырҙай урындар ҡалдырырға, мин ундай юнһеҙ хужа түгел.

Минең ҡайтып тешәүемә бер минутҡа ғына шатланған әсә­ йем, миңә лә семья һәләкәтен уртаҡлашырға тура килеүен күреп, бик ныҡ өмөтһөҙлөккә бирелде. Ләкин мин улар менән һәм Марья Ивановна менән бергә булған ваҡыттан бирле тынысыраҡ инем. Минең янымда ҡылыс һәм ике пистолет бар ине, мин ҡамалыуға 134
Закрыть