лығын күрһәтеп торһа, шул уҡ ваҡытта ул хөкүмәттең көслө ҡаршы хәрәкәтенең дә дәлиле ине. Кәрәк була-нитә ҡалһа, ми нең кеҫәмдә Пугачев тарафынан миңә бирелгән пропуск һәм пол ковник ГриНевтың бойороғо бар ине. Ләкин миңә берәү ҙә осра маны; иртә менән йылға менән бәләкәй шыршы урманын күрҙем; беҙҙең ауыл ошо урман артында ине. Ямщик аттарын ҡыҙыу ғына ҡыуаланы, һәм мин сирек сәғәт үтеүгә **-ға килеп керҙем.
Беҙҙең әй ауылдың икенсе яҡ осонда ине. Аттар йән-фарман саба. Ауыл уртаһында ямщик аттарын ҡапыл тыя башланы. «Ни булды!» — тип һораным мин түҙемһеҙләнеп. «Застава, барин» — тине ямщик, үҙенең ярһыған аттарын ҡыйынлыҡ менән генә туҡтатып. Ысынлап та, мин алдыбыҙҙа алынмалы кәртә һәм күҫәк тотҡан ҡарауылсыны күрҙем. Мужик минең яныма килде һәм эшләпәһен һалды, пашпорт һораны. «Был ниндәй эш? тип һораным мин унан,— бында рогатка нәмәгә кәрәк булды? һин кемде ҡарауыллайһың?» — «Ә беҙ, атаҡай, бунт күтәрҙек»,— тиле ул ҡашына-ҡашына.
— Ә һеҙҙең хужаларығыҙ ҡайҙа? — тип һораным мин, шул саҡ, йөрәгем өҙөлгәндәй булып китте...
— Беҙҙең хужаларыбыҙ ҡайҙамы? — тине ул ҡабатлап.— Беҙ ҙең хужаларыбыҙ икмәк анбарында.
— Нисек анбарҙа?
— Андрюха, земский, беләһеңме, уларҙы бығауға ултыртып ҡуйҙы һәм хәҙер батша хәҙрәттәренә илтмәксе була.
— Я хоҙай! Алып ырғыт, кәртәңде, алйот! Нәмәгә ауыҙыңды асып тораһың?
Ҡарауылсы әллә ни ашыҡманы. Мин арбанан һикереп төшөп, уның ҡолаҡ төбөнә берҙе тондорҙом да (ғәфү итегеҙ), кәртәне' бер яҡ ситкә бороп ҡуйҙым. Минең мужигем миңә алйоттарса ғәжәпләнеп ҡараны. Мин яңынан арбаға менеп ултырҙым һәм аттарҙы барин өйөнә таба ҡыуырға ҡуштым. Икмәк анбары иха та эсендә ине. Бикле ишек янында шулай уҡ күҫәктәр менән ҡоралланған ике мужик торғанын күрҙем. Арба туп-тура улар янына барып туҡтаны. Мин, арбанан һикереп төштөм дә, туп- тура уларға ташландым, «Асығыҙ ишекте!» — тинем мин уларға. Минең ҡиәфәтем ҡурҡыныс булғандыр, күрәһең, һәр хәлдә кү ҫәктәрен ташлап, икеһе лә ҡасып китте. Мин йоҙаҡты һуғып төшөрөргә, ә ишекте ватырға теләнем, ләкин ишек имәндән эшләнгән, ҙур йоҙаҡ ватылырлыҡ түгел ине. Шул минутта йорт хеҙмәтселәре йәшәгән өйҙән таҙа кәүҙәле бер йәш мужик килеп сыҡты һәм тәкәббер төҫ менән, нисек улай янъял сыға 133