Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 132.

әйбер яҡынлашты. Ишкәкселәргә туҡтарға һәм уның килеп еткә­ нен көтөргә ҡуштым. Ай болот аҫтына керҙе. Ағып килә торған шәүлә тағы ла тоноғораҡ күренә башланы. Ул миңә яҡын ине инде, ләкин мин һаман да уны айырып ҡына күрә алмай инем. «Нәмә булыр икән был? — тинеләр ишкәкселәр.— Елкән тиһәң — елкән түгел, мачта тиһәң — мачтаға ла оҡшамаған...» Ҡапыл ай болот аҫтынан сыҡты һәм ҡот осҡос күренеште яҡтыртты. Беҙгә ҡаршы һалға нығытылған дар ағып килә, ике бағанаға арҡыры һалынған ағасҡа өс кеше аҫылғайны. Әрнеүле ҡыҙыҡһыныу сол­ ғап алды мине. Аҫылған кешеләрҙең йөҙҙәрен ниңәлер бик күрер­ гә теләнем.

Минең ҡушыуым буйынса ишкәкселәр һалды багор менән эләктереп алдылар, минең кәмә ағып килеүсе дарға барып төр­ төлдө. Мин кәмәнән һикерҙем һәм ҡот осорғос ике бағана ара­ һына барып баҫтым. Айҙың яҡты нурҙары бәхетһеҙҙәрҙең таный ҙа алмаҫлыҡ булып йәмһеҙләндерелгән йөҙҙәрен яҡтыртты. Улар­ ҙың береһе ҡарт сыуаш, икенсеһе — егерме йәштәр самаһындағы көслө, таҙа кәүҙәле рус крәҫтиән егете ине. Ләкин, өсөнсөһөнэ ҡарап, мин бик ныҡ аптырап ҡалдым һәм ҡыҙғаныулы тауыш менән ҡысҡырып ебәреүҙән тыйыла алманым: ул Ванька, үҙенең алйотлоғо арҡаһында Пугачевҡа ҡушылған минең меҫкен Вань­ кам ине. Уларҙың баш өҫтөнән ҡара таҡта ҡаҙаҡланған һәм уға эре аҡ хәрефтәр менән: ҡараҡтар һәм фетнәселәр тип яҙыл­ ғайны. Ишкәкселәр, һалды багорҙар менән тотол торған килеш, был күренешкә ғәмһеҙ генә ҡарап мине көтәләр ине. Мин яңы­ нан кәмәгә ултырҙым, һ ал йылға буйлап ағып китте. Дар ағасы оҙаҡ ваҡыт ҡараңғылыҡ эсендә ҡарайып күренеп барҙы. Ахырҙа ул күҙҙән юғалды — һәм минең кәмә бейек һәм текә яр буйына килеп туҡтаны...

Ишкәкселәргә аҡсаны йомарт ҡына түләнем^ Уларҙың береһе мине йылға аша сыҡҡан урындағы ауылдың старостаһына алып барҙы. Мин ишкәксе менән бергә өйгә керҙем. Староста, минең ат талап итеүемде ишетеп, мине шаҡтай тупаҫ ҡабул итте, лә­ кин мине оҙатып килгән ишкәксе уның ҡолағына әкрен генә бер -нисә һүҙ әйткәйне, уның тупаҫлылығы шунда уҡ юғалды һәм ул ашығып хеҙмәт күрһәтеүсегә әйләнде^ Бер минут эсендә өс ат егелгән арба әҙер булды, һәм мин, арбаға ултырып, үҙебеҙҙең ауылға алып барырға ҡуштым.

Мин, ҙур юл буйлап, йоҡлаған ауылдар янынан саптырып үттем. Бер генә нәмәнән: юлда туҡтатылыуҙан ҡурҡа инем мин. Әгәр минең Волгалағы төнгө осрашыуым бында фетнәселәр бар- 132
Закрыть