Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 131.

Ҡ У Ш Ы М Т А ТӨШӨРӨП ҠАЛДЫРЫЛҒАН БҮЛЕК1 Беҙ Волга буйына яҡынлашып килә инек; беҙҙең полк ** ауылына барып керҙе һәм шунда ҡунырға туҡталды. Староста миңә йылғаның теге аръяғында бөтә ауылдар фетнә күтәрҙеләр, һәр ерҙә Пугачев шайкалары ҡайнаша, тине. Был хәбәр мине бик борсоно. Беҙ иртәгеһен иртә менән йылғаны кисеп сығырға* тейеш инек. Минең түҙемлелегем юғалды. Атайымдың ауылы йыл­ ғаның теге яғында, утыҙ саҡрым алыҫлыҡта ғына ине. Мин, аръ» яҡҡа сығыусылар табылмаҫмы, тип һораным. Бында бөтә крәҫ­ тиәндәр ҙә балыҡсы; кәмәләр күп ине. Мин Гринев эргәһенә' барып уға үҙемдең ниәтемде һөйләнем, «һаҡлан,— тине ул миңә.— Бер үҙеңә юлға сығыу ҡурҡыныс. Иртәне көт. Беҙ теге' яҡҡа беренсе булып сығабыҙ һәм атайыңдарға ҡунаҡҡа барғанда, кә­ рәк була ҡалһа, илле гусар алып барырбыҙ».

Мин үҙемдекен иттем. Кәмә әҙер ине. Мин уға ике ишкәксе менән бергә инеп ултырҙым. Улар, кәмәне һыуға этеп ебәреп, ишә башланылар.

Күк йөҙө аяҙ. Ай балҡып тора. һауа тымыҡ. Волга тигеҙ һәм тыныс аға. Кәмә, яй ғына сайҡалып, ҡараһыу тулҡындар өҫтөнән, йылдам ғына йөҙөп бара бирә. Мин хыял дарьяһына сумдым. Ярты сәғәт самаһы ваҡыт үтте. Беҙ инде йылғаның уртаһына ки­ леп еткәйнек... Ҡапыл ишкәкселәр үҙ-ара шыбырҙаша башланы* лар. «Нәмә бар?» — тип һораным мин, уянып китеп. «Хоҙай бел- һен, нәмә икәнен дә белмәйбеҙ» — тинеләр ишкәкселәр, бер яҡҡа ҡарап, Минең дә күҙҙәрем шул яҡҡа юнәлде, һәм мин ҡараң­ ғыла нәмәнеңдер йылға буйлап ағып килгәнен күрҙем. Билдәһеҙ 1 Был бүлек Пушкин ҡулъяҙмаһының ҡараламаһында ғына һаҡланған; был бүлектәге Буланинде — Гринев тип, Гриневты — Зурин тип ҡабул итергә кәрәк.

9 * 131
Закрыть