Петр Андрейч Гриневтың яҙмалары шунда туҡ тала. Семьяла быуындан-быуынға һөйләнеп килгән: һүҙҙәргә ҡарағанда, ул тотҡонлоҡтан 1774 йылдың, аҙағында, государынянең махсус бойороғо буйынса, азат ителгән; ул Пугачевты язалаған саҡта ла ҡарап тороусылар араһында булған, Пугачев кешеләр төр көмө араһында уны таныған һәм уға баш эйгән, бер минут үтеүгә уның ҡанлы башын халҡҡа күрһәткән дәр. Бынан һуң, оҙаҡ та тормайынса, Петр Андреич Марья Ивановнаға өйләнгән. Хәҙер уларҙың нәҫеле Сембер губернаһында рәхәт ғүмер кисерә. ***-тан утыҙ саҡрым ерҙә ун помещик ҡарамағында булған бер ауыл бар. Помещик флигелдәренең береһендә Екатерина П-нең үҙ ҡулы менән яҙылған һәм быялалы рамка эсенә ҡуйылған бер хaт бар. Ул хaт Петр Ан- дреевичтең атаһына яҙылған һәм ул хатта: уның улы ның аҡланыуы хаҡында әйтелә һәм капитан Миронов ҡыҙының аҡыллы һәм яҡшы күңеллелеге маҡтала. Петр Андреевич Гриневтың ҡул яҙмаһы беҙгә уның ейәндәренең береһе тарафынан тапшырылды. Ул беҙ ҙең үҙенең олатаһы тарафынан тасуир ителгән ваҡыт тарға бәйләнешле хеҙмәт менән шөғөлләнгәнлеге- беҙҙе ишеткән икән. Беҙ, уның туғандарының рөхсәта менән, һәр бер бүлегенә лайыҡ эпиграфтар табып һәм ҡайһы бер исемдәрҙе алыштырып, был яҙманы айы рым баҫтырырға ҡарар иттек.
19 октябрь, 1836 йыл.
Баҫтырып сығарыусы.
19 октябрь, 1836 йыл.
Баҫтырып сығарыусы.