Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 13.

ҙом, сөнки шулай кәрәк таптым. Ә һиңә аҡыл һатмаҫ­ ҡа, ни ҡушһалар, шуны эшләргә кәңәш бирәм»,— ти­ нем.

Савельич минең һүҙҙәремә шул тиклем ғәжәплән­ де: ҡулдарын йәйеп ебәреп, ҡатып ҡалды, «йә ни эш­ ләп тораһың!» — тип ҡысҡырҙым мин асыу менән. Савельич илап ебәрҙе. «Атаҡайым, Петр Андреич,— тине ул ҡалтыранған тауыш менән,— ҡайғынан Һар­ ғайтма мине. Күҙ нурҡайым! Тыңла һин мин ҡарттың әйткәнен: мин шаярҙым ғына, беҙҙә ул тиклем аҡса­ ның булғаны ла юҡ тип яҙып ебәр шул разбойниккә. Йөҙ һум! Әй мәрхәмәтле хоҙайым! Атайым менән әсә­ йем миңә сәтләүектән башҡа бер нәмә менән дә отош уйнама тип бик ныҡ әйтеп ебәрҙеләр, тип әйт,..» — «Таҡылдап торма,— тинем мин, ҡаты рәүештә уның һүҙен бүлдереп,— бир бында аҡсаны, йәки мин һине елкәләп сығарырмын».

Савельич миңә тәрән ҡайғы менән ҡараны ла бу­ рысымды түләргә китте. Меҫкен ҡарт миңә ҡыҙғаныс ине; ләкин мин ирккә сығырға һәм инде бала түгел икәнлегемде күрһәтергә теләнем. Аҡса Зурингә тап­ шырылды. Савельич ләғнәт төшкән трактирҙән мине алып китергә ашыҡты. Ул, аттар әҙер, тигән хәбәр ме­ нән килде. Учителем менән хушлашмайынса һәм инде уны ҡасан да булһа күрермен тип уйламайынса, ты­ нысһыҙ выждан һәм әсемдән генә үкенеп Семберҙән сығып киттем.

// глава ЮЛ КҮРҺӘТЕҮСЕ Илем микән минең илкәйем, Сит яҡтарҙа ни хәл итәйем! Килмәнемме әллә мин үҙем, Яман атҡа менеп мин ел^ем. Юҡ, ат түгел, йәш башҡайымды Алып килде йәшлек ташҡыны, Ҡабаҡтарҙың иҫерек шашҡыны.

Б о р о н ғ о й ыр .

Юлдағы уйҙарым минең бик күңелле булманы. Отторған аҡсам, ул саҡтағы хаҡтар менән иҫәплә­ 13
Закрыть