тәр киң асыла. Ул бер-бер артлы теҙелеп киткән мө һабәт, буш бүлмәләр буйлап үтә; камер-лакей уға юл күрһәтеп бара. Ахырҙа, ябыҡ ишек янына килеп еткәс, камер-лакей, хәҙер һеҙҙең турала әйтәм, тип, Марья Ивановнаның бер үҙен ҡалдырып инеп китә.
Императрицаны үҙ күҙе менән күреү тураһындағы фекер уны бик ҡурҡыта, шунлыҡтан ул саҡ-саҡ баҫып тора. Бер минут үтеүгә, ишек асылып китә һәм ул го- сударынянең кейенеү-яһаныу бүлмәһенә барып инә.
Императрица үҙенең туалет өҫтәле эргәһендә ул тыра икән. Уның янында һарай кешеләренән бер нисә кеше була, улар Марья Ивановнаға хөрмәт менән юл бирәләр. Государыня уға яғымлы тауыш менән өндә шә, һәм Марья Ивановна уның бынан бер нисә минут ҡына элек үҙе менән шундай асыҡ итеп һөйләшкән ханым икәнлеген таный. Государыня уны үҙ янына саҡырып ала һәм йылмайып: «һеҙгә биргән һүҙемдә тороп, һеҙҙең үтенесегеҙҙе үтәй алғаным өсөн, миң шатмын, һеҙҙең эшегеҙ бөттө, һеҙҙең кейәүегеҙ була саҡ егеттең ғәйепһеҙлегенә ышандым. Бына хaт, уны буласаҡ ҡайнығыҙға үҙегеҙ алып ҡайтырһығыҙ», — ти.
Марья Ивановна хатты ҡалтыранған ҡулдары ме нән ала ла, илап ебәрә һәм императрицаның аяғына йығыла. Императрица уны күтәреп торғоҙа һәм үбә. Государыня уның менән һөйләшеп китә. «Беләм, һеҙ бай түгел, — ти ул. — Ләкин мин капитан Мироновтың ҡыҙы алдында бурыслымын. Киләсәгегеҙ тураһында ҡайғырмағыҙ. Мин һеҙҙе мөлкәтле итеүҙе үҙ өҫтәмә алам».
Государыня меҫкен етем ҡыҙҙы, иркәләп-йыуатып, ҡайтарып ебәрә. Марья Ивановна шул уҡ һарай каретаһына ултырып ҡайта. Уның ҡайтыуын түҙем һеҙлек менән көткән Анна Власьевна уны һорауҙар менән күмеп ташлай, ләкин Марья Ивановна уларға рәтләп яуап та ҡайтара алмай. Анна Власьевна уның хәтерһеҙлегенә риза булып етмәһә лә, быны провин циаль ҡыйыуһыҙлыҡ тип иҫәпләй һәм киң күңеленән ғәфү итә. Марья Ивановна, Петербургты ҡарау менән дә ҡыҙыҡһынмайыса, шул уҡ көндө кире ауылға ҡай тып китә...
9 Капитан кыҙы 129